Ағас урлаһаң, мөлкәтең менән түләрһең25.02.2015
Архангел районының Ләмәз урман хужалығында эшләгән белгесте законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыу, алдап документтар яһау һәм ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүенсә, был кеше улының диләнкәһендә ағасты билдәләнгән күләмдән күпкә арттырып бысҡан. Тәбиғәткә килтерелгән зыян 900 мең һумға баһаланған.
Закон боҙоусы был ҡырын эше билдәле булмаһын өсөн хеҙмәттәшенән диләнкәлә тәртип һаҡланғанлығы тураһында акт төҙөүен һораған.
Өҫтәүенә ул ике йыл элек урман ҡырҡҡандан һуң диләнкәне таҙартмаған бер эшҡыуарҙан ришүәт алған булған. Уның күләме 170 мең һумға баһаланған. Килтерелгән барлыҡ зыянды ҡаплау өсөн хоҡуҡ һаҡсылары ғәйепләнеүсенең ер участкаһын, гаражын, автомобилен тартып алған. Енәйәт эше артабан судта ҡараласаҡ.