Ат йәнле уҙамандар бар25.02.2015
Ат йәнле уҙамандар бар “Андреевка” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте 2003 йылда булдырыла. Ауылдағы ташландыҡ ферманы рәткә килтереп, өс баш бейәнән башланған предприятиела бөгөн урыҫ, орлов, американ тоҡомло 45 юртаҡ иҫәпләнә.
Йәмғиәт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм уларҙы һынау менән шөғөлләнә. Элегерәк улар ситтән алынһа, хәҙер төп иғтибар үҙебеҙҙекеләргә бирелә.
Аттар хужаға эйәләшеп бөткән, улар Рифҡәт ағайҙы күреп ҡалыу менән кешнәп килеп тә етә. Араларында “Патыка” ҡушаматлыһы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ҡояш нурында сағылған, йылҡылдап торған тәне, ҡайсыланған ҡолаҡтар, һәр быуын-һеңеренең көс-ҡеүәт бөркөп тороуы, юртҡанда ялпылдаған ял, юғары сөйөлгән баш, үткер ҡараш, ҡар сәсрәткән тояҡтар...
– 120 гектар майҙанда бесәнлегебеҙ бар. Мал-тыуар өсөн аҙыҡ ҡышҡылыҡҡа етерлек, – ти йәмғиәт директоры Рифҡәт Сәйетмәғрүпов, өйөл­гән бесән төргәктәренә ымлап. – Һолоно һатып йә иһә хужалыҡтар менән үҙ-ара иҫәп-хисап нигеҙендә алабыҙ. Фураж, һалам һорап та йыш ҡына урындағы етәкселәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмайҙар.
Һарай мөйөшөндә кашауай, йәйгелеккә матур итеп биҙәлгән арба урын алған. Улар Яңы йыл, Науруз байрамдарында бала-сағаны йөрөтөп ҡыуандыра.
Юртаҡтар республикала ғына түгел, Бөтә Рәсәй ярыштарында ла призлы урындарҙы яулай. Өлгәшелгәндәр менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай етәксе: киләсәктә ат спортын үҫтереү, тоҡомло аттарҙы һатыу йүнәлешендә лә эш башларға уйлай, хатта ауырыу балаларҙы һыбай йөрөтөп дауалау теләге лә юҡ түгел.
Аттар янында Рифҡәт Рафаил улы йәшлек хәтирәләренә бирелде. Бәләкәйҙән атта һыбай йөрөп үҫә ул. Бигерәк тә ҡолонсаҡтарҙы иркәләргә ярата. Был һөйөү уны Башҡорт дәүләт аграр университетына алып килә. “Заря” колхозы рәйесе урынбаҫары, рәйесе вазифаһын башҡарғанда ла егет йылҡысылыҡты үҫтереү хыялы менән йәшәй.
Ҡатыны Рәмилә апай, улдары Рөстәм менән Руслан да уға төп ярҙамсы.
Халҡыбыҙ әйтмешләй, ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр. Рифҡәт ағай кеүек кескәйҙән ат йәнле уҙамандар тап ошондай ул.








Вернуться назад