Ҡыҫҡаса...25.02.2015
Австралияла 109 йәшлек бабай оҙаҡ йыл­дар туғандарын, дуҫтарын үҙе теккән әйберҙәр менән ҡыуандырһа, хәҙер Филипп утрауындағы пингвиндар өсөн сви­терҙар бәйләй башлаған.

* * *

Рәсәйҙең бензин ҡойоу станция­ларын­дағы яғыулыҡтың өстән бер өлөшө си­фатһыҙ. Ул бихисап бәләкәй нефть эш­кәртеү заводтарында сығарыла. Хатта ҡайһы бер осраҡта “95-се бензин” тип һа­тылғаны ысынбарлыҡта “80-се” булып сыға.

* * *

Мәскәү технология институтында кешелек тарихында беренсе тапҡыр эшкә роботты алғандар, уға хатта хеҙмәт кенәгәһе асҡандар. Тимер хеҙмәткәр институтта кафедра мөдире урынбаҫары вазифа­һын башҡарасаҡ.

* * *

Мәскәүҙә дүрт мәсет бар, баш ҡалала йәшәгән ике миллионлаған мосолман халҡына был, әлбиттә, бик аҙ. Ошоға бәйле килә­сәктә ҡала урамдарында мобиль мәсеттәр барлыҡҡа килеүе ихтимал.

* * *

Рәсәй Дәүләт Думаһы торлаҡты бушлай хосусилаштырыуҙы 2016 йылдың 1 мартына ҡәҙәр оҙайтты.

* * *

Сочи ҡалаһында бобслей һәм скелетон буйынса Донъя кубогының һигеҙенсе эта­бы тамамланды. Унда башҡорт егете Ил­вир Хужин Александр Касьянов, Алексей Пушкарев, Алексей Зайцев менән бер­гә көмөш миҙал яуланы.

* * *

Данлыҡлы “Ағиҙел” электр ҡырынғысы тарихта ҡаласаҡ. Әле Өфө приборҙар эш­ләү берекмәһендә уның аҙаҡ­ҡы партия­һы һатыла.



Вернуться назад