Батырлығы – мәңгелек25.02.2015
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайы­нан Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында Советтар Союзы Геройы Александр Матросов-Шакир­йән Мөхәмәтйәновтың үлемһеҙ батырлығын иҫкә алдылар.

Геройҙың бюсы алдында үткән митин­гка ветерандар, хәрби комиссариат вә­килдәре, ауыл халҡы йыйылды. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев тантана мәлендә Ҡунаҡбай ауыл Советын­да йәшәгән Афған һуғышы ветерандарына юбилей миҙалдары тапшырҙы, бындай сараның үҫеп килгән быуын өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫ­төнә алды.
Олотау итәгендә иһә Александр Мат­росовтың һуғыш мәлендәге батырлығы реконструкцияланды. 1943 йылдың фев­­­ра­лендә Псков өлкәһенең Чернушки ауылын дошман илбаҫар­ҙарынан азат итеү бойороғон ала ул хеҙмәт иткән батальон. Әммә уны үтәүгә дошман дзоттары ҡама­саулай. Шул саҡ Алек­сандр Матросов уларҙың бере­һен кәүҙәһе менән ҡаплай.
Реконструкцияға Учалы ҡалаһы­ның “Бөр­көт” отряды, Өфө, Межгорье­нан, Сверд­ловск өлкәһенең Но­во­уральск ҡала­һынан хәрби-патриотик клуб вә­кил­дәре йыйылғайны.
Тамашаны ҡарарға бөтөн ауыл халҡы килде. 19 йәшлек Александр-Шакирйән үҙ кәүҙәһе менән дзотты ҡаплағанда, күптәр күҙ йәштәрен тыя алманы. Дошманды әсирлеккә алғас, барыһы ла дәррәү “ура!” ҡысҡырҙы.





Вернуться назад