Ни хәтлем иртәрәк, шул тиклем яҡшыраҡ25.02.2015
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығында үткән кәңәшмәлә Федерация Советының ошо йүнәлештәге комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.

Ултырышта ул 11 йыллыҡ махсус музыка мәктәптәренә бәйле мәсьәләне күтәрҙе. Хәлдең асылы шунан ғибәрәт: федераль дәүләт белем биреү стандартына ярашлы, 10 йыл да 10 ай дауам иткән уҡытыу хәҙер 6 йыл да 10 айға ҡал­дырылыу сәбәпле, Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә ялыу-мөрәжәғәттәр күбәйгән. Был үҙгәреш һөҙөмтәһендә баланы махсус мәктәпкә V кластан ғына ала башлаясаҡтар.
– Һөнәри белемде 11-12 йәштән генә бирә башлау һәләтле йәш музыкант-башҡарыусыларҙы тәрбиәләү маҡсатын хәүеф аҫтына ҡуя. Кескәй таланттарҙы үҫтереүҙең бығаса эшләп килгән систе­маһын һаҡларға тейешбеҙ, – тип ҡәтғи фекерен белдерҙе Лилиә Салауат ҡыҙы кәңәшмә барышында.





Вернуться назад