Егелеп эшләгәндең эше уң25.02.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Эксперт-Урал” журналына биргән интервьюһында көрсөк шарттарында иҡтисадтың яңы мөмкинлектәре, етештереү ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу юлдарын эҙләү хаҡында һөйләне.

Башҡортостанды күптәр нефть тармағы менән генә бәйләргә күнеккән. Шуға ла Екатеринбургта сыҡҡан “Эксперт-Урал” журналы хәбәрсеһенең дә республиканың сәнәғәт, ауыл хужалығы, иҡтисад өлкә­һендәге ҡаҙаныштарынан баҙап ҡа­лыуы аңлашыла. Һәр хәлдә, республика Баш­лығы билдәләүенсә, “егелеп эшлә­гәндең генә эше уң була”. Тағы бер үҫеш нөктәһенә — ауыл хужалығы тар­мағына – төбәк етәксеһе айырым туҡ­талды. Агро­сәнәғәт, төҙөлөш өлкәһендә финанс көрсөк эҙһеҙ үтмәһә, ауыл ху­жалығы өсөн ул яңы мөмкинлектәр аса, тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. Республика Башлығы импортты алыш­тырыуға, санкциялар йоғонтоһона, рес­пуб­ликаның инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһенә, ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын үткәреүгә әҙер­леккә ҡағылған һорауҙарға ла яуап бирҙе.

(Интервьюның тулы тексын “Баш­ҡорт­остан” гәзитенең 27 февраль һа­нында уҡырһығыҙ).





Вернуться назад