Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте25.02.2015
Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарарына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткәне өсөн “Башҡортостан төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексының ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство институты” дәүләт унитар предприятиеһындағы бүлек инженеры Насирова Эльза Дамир ҡыҙына, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире Мирсаева Фәниә Зартдин ҡыҙына, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы баш белгесе Гридина Татьяна Юрьевнаға Рәсәй Президентының рәхмәте белдерелде.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткәне өсөн “Буринтех” ғилми-етештереү предприятиеһы фрезлаусыһы Калмацкий Евгений Владимирович Рәсәй Президентының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.