Осто, осто! Ҡыйыҡтар осто...25.02.2015
21 февралдә көслө дауыл Әбйәлилдәге үҙәк район дауаханаһының төп корпусы ҡыйығын алып осор­ған. Бынан тыш, райондың Әбделмәмбәт, Тәпән һәм Ҡужан ауылдарында, Ас­ҡар­ҙың ике урамында йәшә­гән кешеләр утһыҙ тороп ҡалған.
Ѓәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тиҙ арала махсус комиссия ойошторолған. Дауахананың 2007 йылда төҙөлгән дүрт ҡатлы төп корпусында хакимиәт, физиотерапия, “ашығыс ярҙам”, хирургия һәм башҡа бүлексәләр урын­лашҡан. Бәхеткә, дауылдан кешеләр зыян күрмәгән. Дауахана эргәһендәге башҡа биналар дауылға бирешмәгән.







Вернуться назад