Айыу тиреһе ниңә кәрәк?25.02.2015
Айыу тиреһе  ниңә кәрәк? “Яҙыусы Ноғман Мусин үҙе дәрес бирәсәк!” тигән хәбәр гимназияла йәшен тиҙлеге менән таралды. Шулай булмай ни! Бығаса китап аша ғына таныш булған оло әҙипте яҡындан күреү, уның менән күҙмә-күҙ аралашыу – күптәрҙең яҡты хыялы. Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары яңыраҡ шундай бәхеткә эйә булды.


Гимназия уҡыусылары әҙиптең “Йыртҡыс тиреһе” повесы буйынса үт­кәреләсәк дәрескә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килгән. Уларҙың шатлығы йө­ҙөнә сыҡҡайны. Бүлмәгә килеп ингән әҙәбиәт классигын балалар аяғүрә баҫып алҡышланы.
– Йәшлек йылдарым иҫкә төштө әле, – тине Ноғман Сөләймән улы. – Ҡасандыр мин дә хеҙмәт юлымды мәк­тәп уҡытыусыһы булараҡ башлағай­ным. Шул йылдарҙағы күҙәтеүем күп әҫәремә нигеҙ булды. Әммә бөгөн мин һеҙҙең алдығыҙҙа яҙыусы түгел, ә уҡытыусы булараҡ баҫып торам. Йәгеҙ әле, повесть буйынса яуап бирегеҙ: йәй уртаһында һунарсы Һолтанбайға айыу тиреһе нимәгә кәрәк булған?
Тәүге булып Арыҫлан Ярмуллин ҡулын күтәрҙе:
– Һунарсы улын ҡалаға уҡырға ин­дерергә уйлаған. Ә ундағы кеше, айыу тиреһе алып килһәң, ярҙам итәсәкмен, тигән.
Яҙыусы ҡәнәғәт йылмайҙы:
– Улайһа, киләһе һорауым шундай. Ә урындағы леспромхоз директорына айыу тиреһе нимәгә кәрәк?
Был юлы Сабит Хәмзиев урынынан һикереп торҙо:
– Районда ағас әҙерләү эше хөр­тәйә башлағас, ул ҡалаға китеү яғын ҡарай. Шунда берәй “йылы” урынға етәксе булып урынлашмаҡсы. Уға ла был йәһәттән ярҙам итергә вәғәҙә биргәндәр, тик урынына айыу тиреһе һорағандар...
– Эйе, уйлап ҡараһаң, ул тире күп­тәргә кәрәк. Уның ярҙамында һәр кем мәсьәләһен хәл итергә тырыша. Һеҙ­ҙеңсә, әҫәрҙең төп фекере нимәлә?
– Автор повесҡа юҡҡа ғына “Йырт­ҡыс тиреһе” тигән исем бирмәгән, – тине Ынйы Ирғәлина. – Юғары вазифа биләп тә, ике йөҙлө булып, битенә йыртҡыс тиреһен япҡан әҙәмдәр әҙме донъяла? Яҙыусы был әҫәрҙе йәмғиәт­тәге ошондай кире осраҡтарға түҙә алмай, уларҙың ысын йөҙөн асып бирер өсөн яҙғандыр...
Дәрес аҙағында әҙип үҙе лә уҡыу­сыларҙың һорауын ишетергә теләне. Класс йәнләнеп китте.
– Ноғман олатай, был әҫәрҙе яҙыр­ға нимә сәбәпсе булды? – тип төп­сөндө Искәндәр Хәлилов.
– Илдәге үҙгәртеп ҡороу осорон бик ауыр кисерҙем, – тине, уйға ҡалып, әҙәбиәт аҡһаҡалы. – Хатта өс йыл буйы ҡулыма эш барманы. Тормошта үҙем шаһит булған ғәҙелһеҙ осраҡ­тарҙы хәтергә төшөрөп, ошо повесты яҙҙым.
– Ә Һолтанбайҙың ысын тормошта прототибы бармы? – тип ҡыҙыҡһынды Наҙгөл Маликова.
Был һорауҙы ишеткәс, яҙыусы бер аҙ уйланып торҙо ла һөйләүен дауам итте:
– Дөрөҫөн әйткәндә, Һолтанбай күр­гәндәрҙе мин үҙ башымдан кисерҙем. Иртә генә атайһыҙ ҡалыу, һуғыш осо­рондағы аслыҡ, аҙаҡ белемгә ынтыл­ғанда төрлө кәртәләр аша үтеү миңә ят түгел. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, һәр саҡ күҙәтеүсән булдым. Төрлө хәл-ваҡи­ғанан үҙемә асыш, һығымта яһаным. Һеҙгә лә тормошта иғтибарлы, күҙә­теүсән булырға кәңәш итәм.
Халыҡ яҙыусыһы менән аралашыу артабан тамаша залында дауам итте. Уҡытыусылар Фәриҙә Миһранова, Ай­гөл Игелекова, Фәйрүзә Үтәбаева, Ләй­сән Мәмбәтҡолова, Венера Ғәли­мова, Эльвира Баянова был сараның матур үтеүе өсөн күп көс һалған.
Гимназия етәкселеге белдере­үен­сә, ошондай матур осрашыуҙар белем усағында даими үткәрелеп тора. Һүҙ кө­сөнөң, яҙыусылар менән яҡындан ара­лашыуҙың әһәмиәтен улар яҡшы аңлай.








Вернуться назад