Һалдат әсәһе25.02.2015
Һалдат әсәһе Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, тиһәләр ҙә, өлөшөңә төшкән тәҡдирҙән ҡасып булмай. Яҙмыш әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа ниндәй генә ҡайғы-ғазапҡа төшөрмәй. Берәүҙе шатлыҡ менән күмһә, икенсеһен ығы-зығылы хәсрәтле һағышҡа сорнай. Тик ҡайһы саҡ шатлығы ла ҡайғыға төрөлгән була бит. Шул ҡайғы төргәген һүтмәй тороп, шатлыҡҡа ирешеп булмайҙыр.
Бөгөнгө геройым — һикәлтәле яҙмыш һуҡмағын үтеп, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар аша балалары һәм Чечня һуғышында һәләк булған улының иҫтәлеге хаҡына һынауҙарға бирешмәй яҡты киләсәккә юл ярған Наилә Абдулхаҡ ҡыҙы Фунтусова.


Наилә апайҙың атаһы Абдулхаҡ Шәйбәк улы армия хеҙмәтендә саҡта Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Ул тәүгеләрҙән булып һуғышҡа оҙа­тыла. Тыуған илен фашист ҡулына бирмәҫ өсөн йәнен-тәнен аямай яугир. Әсирлеккә эләгеп, күпме язаланһа ла, еңеүгә өмөт йәшәтә уны. Еңеүҙе ҡаршылап, һуғыштан ҡайта. Күпме ер-һыу кисеп, донъя күргән Абдулхаҡ ағай ғаиләһен алып Тажикстанға юллана, сөнки унда йәшәү иркенерәк була. Наилә апай һәм тағы бер ағаһы ошонда донъяға килә.
Йылдар үтеү менән тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта. Улар атаһының тыуған ауылына ҡайтып төпләнә. Наилә апай мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡа­ла­һындағы һөнәрселек училище­һында штукатур-маляр һөнәрен үҙләштерә, һуңынан йүнәлтмә ме­нән Бөрө ҡалаһына эшкә ебәрелә. Был ваҡытта ата-әсәһе Белоретҡа күсеп килә. Ҡыҙ йүнәлтмә буйынса хеҙмәтен үтәгәс, апаһы артынан Байкал аръяғындағы Чита өлкәһенә сығып китә. Ошонда мөхәббәтен осратып, урыҫ егете Сергейға кейәүгә сыға. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Йәш ғаилә үҙ-ара татыу, матур йәшәп ятһа ла, ҡәйнәһе башҡорт киленен өнәп етмәй. Тыныс холоҡло йәш ҡатын ҡәйнәһенең, ҡайныһының түбәнһе­теүенә, ҡыйырһытыуына ун йыл буйы түҙеп йәшәй ҙә, бәләкәстәрен етәк­ләп, ата-әсәһе янына күсеп ҡайта.
Изге йәнле ата менән әсә ҡыҙҙа­рын яҙмыш ҡосағына ташламай, хәл­дәренән килгәнсә ейәндәрен үҫтерешергә ярҙам итә. Балаларын башҡа­ларҙан кәм-хур итмәҫ өсөн Наилә апай көнө-төнө эшләй. Олоғайған атаһын, түшәктә ятҡан әсәһен хәс­тәр­ләү ҙә уның иңенә төшә. Әммә ошо ваҡытты Наилә апай хәтер һандығында тормо­шо­ноң иң бәхетле мәле итеп һаҡлай.
“Ата-әсәйеңдең иҫән булып, уларҙың хәстәрен, йылыһын тойоу, балаларыңдың сыр-сыу килеп уйнаған тауышын ишетеү, эштән ҡайтыу менән һине килеп ҡосоп яратыуҙары, наҙлауҙары... – тип хәтирәләргә бирелде Наилә апай. – Балалар күҙ асып йомғансы үҫте лә китте. Ҡыҙым Лена мәктәптән һуң һөнәрселек училищеһына уҡырға инде. Уртансы улым Андрейҙы армия хеҙмәтенә алдылар. Кесе улым Сережа мәктәпте тамамлағас, институтҡа уҡырға инеп, уҡытыусы булырға хыялланды. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда өйөбөҙ ишеген ҡайғы шаҡыны...”
Бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тигәндә, ата-әсәһе бер-бер артлы гүр эйәһе була... Наилә апайҙың бер мәл төшө болара. Әсәһе нимәлер әйтергә теләгәндәй, йәшел күҙҙәрен тултырып ҡарай, был ҡараштан һиҫкәнеп уянып китә Наилә апай. Көнө буйы төш уның күңеленән сыҡмай, тик уның нимәгә ишара яһағанын ғына аңлап етмәй ул... Икенсе төндә улар йәшәгән барак янып китә, йоҡлап ятҡан кешеләр эске күлдәктә генә урамға сығып ҡотола. Күрше ултырған өс барактың көлө күккә оса. Ун ете ғаилә урамда тороп ҡала.
Был ваҡытта Наилә апайҙың кесе улы Сережа армияла була. Әсәһенең ҡазаға эләккәнен ишетеп, бер йыл хеҙмәт итергә өлгөргән егет ялға ҡайта.
– Урамда бер нәмәһеҙ тороп ҡалғас, күп дуҫтар юҡҡа сыҡты, ә туғандарымдың битарафлығы аптыратты. Берәү ҙә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡманы. Ярай ҙа эштән бирелгән махсус кейем – ҡара халат, калуш булды. Айҙан ашыу кеше тупһаһында йөрөй торғас, ниһайәт, ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Сережамдың ялға ҡайтҡан мәле ине. Яңы урынға күсендек, кешеләр йыйып биргән әйберҙәрҙән таҫтамалдар, түшәктәр тегеүемде күргән улым мине йәлләгәндер инде. Һәр ваҡыттағыса, яурынымдан ҡыҫып: “Әсәкәйем, әҙ генә түҙ, киләсәктә һин күптәрҙән етешерәк, матурыраҡ йәшәйәсәкһең, мин һиңә һүҙ бирәм”, — тигәйне. Һүҙендә торҙо, миңә яҡты киләсәккә юл ярып китте балам... — тип ирекһеҙҙән түгелгән күҙ йәштәрен һөрттө Наилә апай.
Сережа ялдан һуң контракт буйынса Чечняға барырға ҡарар итә. Әсәһенең бер нәмәһеҙ тороп ҡалғанын күреп әсенә. Был хаҡта ағаһы Андрейға: “Әсәй беҙҙе ыҙалап үҫтерҙе, хәҙер беҙ уның алдында бурыслы. Шуға күрә мин Чечняға барам, аҡса эшләп, әсәйгә фатир һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып бирәм. Беҙҙең әсәй иң матур тормошҡа лайыҡлы”, — тип хат яҙа.
Ысынлап та, өс айҙан, 2000 йылдың ғинуа­рын­да, ул үҙ теләге менән Чечняға китә, йыл ярым армия сафында хеҙмәт итеп өлгөргән тәжрибәле десантсыны һуғыштың ҡыҙыу утлы нөктәһенә таш­лайҙар. Егет һуғыштағы һәр көнөн көндәлеккә теркәп бара. Уның өс айлыҡ хеҙмәте өс йыллыҡ михнәткә тиң булғандыр. Быға егеттең яҙмаларын уҡығандан һуң инанаһың. Үкенескә ҡаршы, Сережа шул уҡ йылдың 23 апрелендә һәләк була.
Улының үлем хәбәрен алғас, Наилә апай өсөн тормош туҡтай. Һулаған һауаһы ағыу, көнө төн булып тойола.
– Бер мәл гел күргән төшөм тағы боҙолдо. Был юлы ла әсәйем сәстәрен тағатҡан, тик теге бәләкәй өйөндә түгел, ә миңә килгән. “Һаумы, ҡыҙым, мин һине алырға килдем”, — ти, ә мин: “Юҡ, мин һинең менән китә алмайым”, — тим. Ул: “Ярай улайһа, барыбер тағы ике айҙан улым артынан киләм бит”, — тине лә китеп барҙы. Ә ул мәлдә Сережа инде бер ай Чечняла ине. Тап ике айҙан улым һәләк булды. Балаңды юғалтыуҙан да олораҡ ҡайғы юҡтыр был донъяла. Әсәкәйем, тип күҙемә генә ҡарап торған, мине етеш тормошта йәшәтер өсөн үлемдән дә ҡурҡмаған улымды ерләгәс, тормоштан ваз кистем. Йәшәгем, кешеләрҙе күргем килмәне, үҙ-үҙемә бикләндем. Көнө-төнө илап тик ята торғас, төшөмдә Сережаны күрҙем. “Әсәй, илама, һин илаһаң, миңә ҡыйын. Мин бит һәр саҡ яныңда...” — тип өндәште ул миңә.
Ошо һүҙҙәре менән, әйтерһең дә, йәшәүгә йән өрҙө. Ысынлап та, мин уны тоя башланым.
Улымдың ҡырҡы ине. Ятаҡтың коридорына сыҡҡайным, ҡапыл ғына бер турғай осоп килеп сыҡты ла баш осомда өйөрөлөп-өйөрөлөп осто ла юҡҡа сыҡты. Был мөғжизәгә үҙем ышанмайынса хайран ҡалып тороп ҡалдым. Шунан бирле ошо турғай йыш ҡына тәҙрәм төбөнә килеп, миңә оҙаҡ ҡына ҡарап ултыра башланы. Ҡош тәҙрәмә килдеме йә Сережа төшөмә индеме, миңә уңышҡа юл асыла. Ниәт иткән эшем уңа йә ҡыуанам.
Улым китте... Килмәҫ өсөн китте, әммә атылған йондоҙ кеүек артынан киң, яҡты юл ҡалдырҙы.
Ул үлгәс, бер нисә айҙан һуң хәрби комиссариаттан миңә, һалдат әсәһе булараҡ, яңы төҙөлгән йорттан фатир бирҙеләр. Үҙемдең пенсиямдан тыш, Сережамдың пенсияһын алып торам. Шул аҡсаға фатирҙа ремонт эшләнем, заманса йыһазландырҙым. Улымдың хыялын тормошҡа ашырҙым, ул ҡасандыр, һин күптәрҙән яҡшыраҡ йәшәрһең, тигәйне... Әле мин тормошома зарланмайым: етешлек, кеше араһында ихтирам, хөрмәт. Хатта уның хеҙмәттәш дуҫтары миңә ҡарата үҙ әсәйҙәренә кеүек мөғәмәләлә, — тип берсә илап, берсә ғорурланып һөйләне Наилә апай Сережаһы тураһында.
Тормошто яратҡан, матур киләсәк хаҡында хыялланып йәшәгән оло йөрәкле, күңелсәк, ярҙам­сыл, тоғро дуҫ була белгән егеттең үлеменә бе­рәүҙең дә ышанғыһы килмәй. Ҡыҫҡа ғына ғүме­рендә өлгөлө хеҙмәте өсөн Суворов миҙалы алған, дуҫтары, хеҙмәттәштәре араһында абруй яулап өлгөргән Сережа һәр береһенең күңелендә яҡты иҫтәлек ҡалдыра. Һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн дә, һуңлап булһа ла, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы бирәләр.
Тиҫтерҙәренә һәр яҡлап та үрнәк булған Се­режаның дуҫтары Наилә апайҙы, үҙ әсәләре кеүек күреп, хөрмәт итеүҙе бурыс итеп алған. Ураған һайын шылтыратып хәлен белешеп, ғаиләләре менән ҡунаҡҡа килеп торалар. Наилә апай — бөгөн ихтирамлы, абруйлы һалдат әсәһе. Ул — һуғыш ветерандары һәм яуҙа һәләк булған һалдат әсәләренә арнап үткәрелгән һәр сараның оло ҡунағы һәм әүҙем ҡатнашыусыһы. Хатта Сережа хеҙмәт иткән Тула өлкәһендәге Донской ҡалаһында Чечня һәм Афған һуғышында һәләк булған һалдаттарға ҡуйылған иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһына ла саҡыралар уны.
– Улымдың вафатына тиҙҙән 15 йыл була... Сережам үҙе булмаһа ла, яҡты рухы ғүмер юлымды яҡтыртып килә. Ауыр булып киткән саҡта, төшөмә булһа ла керһәңсе, тип улыма мөрәжәғәт итәм. Ул шат йылмайып төшөмә индеме, бөтөн ҡыйын­лыҡтар һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Ике тапҡыр юл һәләкәтенә эләктем, икеһендә лә үлемдән Сережам аралап ҡалды. Хәҙер мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, сөнки беләм — улым-фәрештәм һәр саҡ минең менән. Өлкән балаларым Лена менән Андрей ҙа ҡустыларының ярҙамын тоя. Икеһенә лә Сережаның пенсияһынан өлөш сығарып торам. Үҙҙәре лә, беҙ бит ҡустыбыҙҙың тырнаҡ осона ла тормайбыҙ, тип әйтеп һала. Һалдат әсәһе булараҡ, йыл аша бушлай шифаханала ял итеп, дауаланып ҡайтам, — тип ғорурланып һөйләне ул.
Бына ошондай көслө рухлы, фиҙакәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан, әсәләрҙән үрнәк алып йәшәһәк ине.


Фото ғаилә архивынан алынды.


Вернуться назад