Ил батыры яуҙа беленер25.02.2015
Ил батыры  яуҙа беленер Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда класташыбыҙ Әҙеһәм Әлибаевҡа 16 ғына йәш ине. Бер йылдан, Темәс педагогия училищеһының
III курсында уҡығанда, егетте
ил һаҡларға оҙаттыҡ.


Әҙеһәм сығышы менән – Баймаҡ райо­ны­ның Йомаш ауылынан. Мәктәптә тәр­типле, инсафлы, кешеләргә ярҙамсыл уҡыусы ине. Яуҙа 616-сы айырым мино­метсылар полкында разведчик була. Һуғыштың иң ауыр, кө­сөр­гә­нешле сағына эләкте. 1944 йылда Дан орде­ны­ның – III, 1945 йылда II һәм I дәрәжәһенә лайыҡ тип танылды.
Класташыбыҙ аяуһыҙ һуғышта һигеҙ тапҡыр яралана, 1946 йылда, һауығып бөтмәйенсә, тыуған яғына ҡайта. Ситтән тороп педагогия училищеһын тамамлай һәм Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында хеҙмәт юлын башлай. Тәүҙә – уҡытыусы, унан директор вазифаһын башҡара. 1951 йылда 26 йәшендә генә вафат була.
Шәхестең тормоштағы абруйлы эшмәкәрлеге, батырлығы халыҡ йөрәгендә яҡшы һаҡланған. Бөгөн район мәктәптәрендә Әҙеһәм Әлибаев тураһында дәрес, кисәләр үткәрелә, музейҙа махсус мөйөш булдырылған. Йомаш ауылы мәктәбенә батырҙың исеме бирелде, бюст ҡуйылды. Яҡшы уҡыған балаларға Ә. Әлибаев исемендәге премия тапшырыла. Муллаҡай ауылында урынлашҡан ҡәберендә һәйкәл ҡуйылған, уны мәктәп уҡыусылары даими тәрбиәләп тора. Баймаҡ ҡалаһында, Ҡолсора, Темәс, Муллаҡай ауылдарында ҡаһарман егетебеҙ исемендәге урамдар бар.
Беҙ, Әҙеһәмдең класташтары, уны йыш ҡына иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, һағынабыҙ.


Вернуться назад