Дәртең барҙа ярышып ҡал!25.02.2015
Байназар мәктәбе “Йыл уҡытыусыһы-2015” конкурсын үткәрҙе.
Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыу теләген белдереп, инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Иманғолова, Яуымбай филиалынан математика уҡытыусыһы Зөбәржәт Ҡарасурина, башланғыс класс уҡытыусылары Гөлназ Ғиззәтуллина, Әлимә Нурғәлина, Мораҙым филиалынан география уҡытыусыһы Гөлфиә Мөхәмәтова, Мәһәҙей филиалынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Зинира Хәсәнова портфолиоларын жюри ҡарамағына тапшырҙы. Ә ярыштың II турында улар үҙҙәре менән таныштырҙы, йәрәбә буйынса “Оҫталыҡ дәресе”, “Асыҡ лекция” һынауҙарын үтте.
Һәр остаздың сығышы күркәм сифатлы тип табылды, “Иң яҡшы оҫталыҡ дәресе”, “Ижади ҡарашлы уҡытыусы”, “Яңылыҡҡа ынтылыш”, “Фәнгә аҙым” номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Бәйгеселәр араһынан иң күп мәрәй йыйған, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһына лайыҡ булған Зинира Хәсәнова оҫталығын район кимәлендәге ярышта һынаясаҡ. Конкурс һуңында мәктәп директоры Азамат Баязитов, еңеүселәрҙе ҡотлап, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы, һөнәри камиллыҡ теләне.