Сал тарихҡа сәйәхәт25.02.2015
Сал тарихҡа сәйәхәт Ҡуян ауылы мәктәбендә Рәсәйҙең билдәле дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре Владимир Мединскийҙың “Һуғыш. СССР тураһында мифтар. 1939 – 1945” китабы буйынса конференция үтте. Сығарылыш класс уҡыусылары әҙерләгән был сара район мәктәптәре етәкселәрен, уларҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарын, тарих фәне уҡытыусыларын бергә йыйҙы.

Һүҙ, башлыса, һуңғы йылдарҙа кү­ҙәтелгән мәғлүмәти һуғыш эҙем­тәләре, балаларҙы унан арындырыу юлдары, ошо күҙлектән сығып башҡарылған ғилми тикшеренеүҙәр хаҡында барҙы.
Мәктәп уҡыусылары сығыш­та­рын­да китаптан Бөйөк Ватан һу­ғышы осоронда үҙҙәрен аямаған ҡаһарман йәштәштәре тураһында төплө ғилем алыуын дәлилләне. Зоя Космодемьянская, Леня Голиков, Марат Казей, Зина Портнова, Валя Котик кеүек геройҙарҙың исеменә бер ҡасан да тап төшөрмәү кәрәклеген аңлаттылар.
– “Һуғыш. СССР тураһында мифтар. 1939 – 1945” китабын уҡып сыҡ­ҡас, совет һалдаттарының ҡа­һар­манлығы һөҙөмтәһендә илебеҙҙең еңеү яулауын төшөндөм, – тигән фекер менән уртаҡлашты Х класта уҡыған Кирилл атлы егет. Уның тиҫтере Денис та:
– Үҫеп килгән быуын Бөйөк Еңеү­ҙән өлгө алырға тейеш. Ата-баба­ларыбыҙ бирешһә, ҡоллоҡта йәшәр инек. Беҙ халҡыбыҙҙың героик үт­кә­не менән ғорурланырға тейеш, – тине.
Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Краснокама районының почетлы гражданы Фәнүс Исламов китап конференцияһына юғары баһа бирҙе, уҡыусы балаларҙың илебеҙ тарихына битараф булмауына һоҡланып, сараны ойоштороу­сыларға оло рәхмәтен белдерҙе.
– Беҙ, һуғыш балалары, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрҙек. Ата-бабаларыбыҙ Ватаныбыҙҙы һаҡлап алып ҡалғанға күрә, бөгөн имен тормошта йәшәйбеҙ, күгебеҙ аяҙ, яҡты. Беҙҙең Ватаныбыҙ бар! – тине ул.
Китап конференцияһы Роберт Рождественскийҙың “Реквием” поэ­ма­һы, уҡыусылар хоры һәм башҡа хәрби йырҙар, видеояҙмалар, бәй­ге­лә еңеп сыҡҡан һүрәттәр күргәҙ­мәһе менән биҙәлде.





Вернуться назад