Ихлас әйтелгән һүҙ ялҡытмай25.02.2015
Мөғжизә вәғәҙә иткән, өшөтөп тә алған ҡыш айҙары күҙ асып йомған арала үтеп тә бара, ҡояшҡа бай яҙ миҙгеле бына-бына ишек шаҡырға әҙерләнә. Яңы йылдың башы мәҙәни-әҙәби мөхит өсөн әһәмиәтле булды. Илдә, республикала Әҙәбиәт йылы иғлан ителде, ошо юҫыҡтағы саралар ҙа оҙаҡ көттөрмәне. Йәшәйеш ниндәй генә тиҙлек менән үҫешмәһен, кеше күңеле рухи аҙыҡҡа, ғилемгә ынтылышты юғалтмай, ижади шишмәләрҙән көс, дәрт ала.
Академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Ғайса Хөсәйеновтың “Әҙәбиәт – заман тауышы” тигән тос һүҙе оло юлға сыҡҡан йылға фатиха кеүек яңғырап, уның йәш авторҙарға ҙур иғтибар бүлергә тейешлеген белдерә. Ә редакция почтаһына төрлө ҡала, райондарҙан студенттар яҙған хат-сәләмдәр яуа ла башланы. Уларҙың әүҙем эшмәкәрлеге һоҡландыра. Артабан да шулай ҡыйыу булығыҙ, егеттәр һәм ҡыҙҙар!
Гәзиттең сайты иһә студенттарҙың ғына түгел, оло, урта йәштәгеләрҙең дә аралашыу, фекер уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Мәҫәлән, Тәлғәт Шаһмановтың “Йән тартмаһа ла, ҡан тарта” тигән яҙма­һы 297 тапҡыр уҡылып, уға ҡарата бер уҡыу­сыбыҙ, “Автор бик ҙур эш башҡарған, афарин!”, тип хәбәр ҙә ҡалдырған. Мәхмүт Хужиндың “Гөбөргәйел ниңә йүгермәй?” исемле мәҡәләһе лә гәзит дуҫтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм шулай уҡ шәхси фекерһеҙ ҡалмаған. Марс Нуриевтың “Рухи ҡыйралыштың өнһөҙ сағылышы” тигән яҙмаһына уҡыусы тарафынан “Мәҡәләләге һәр һүҙ менән килешәм! Борсоулы хәлде “Башҡортостан” гәзите битендә генә түгел, башҡа баҫмаларҙа ла, ведомство кимәлендә лә күтәреп сығыу ниндәйҙер һөҙөмтә бирер ине” кеүек тәҡдим-фекер ҡалдырылған. “Дәүер­ҙәр­ҙе миҙгелдәргә бәйләй “Ашҡаҙар” исемле яҙ­ма иһә гәзит уҡыусыларҙа рәхмәт хис­тәрен, һағыныу тойғоларын уятып ебәр­гән, шуға ла Зәйтүнә ханым, “Ашҡаҙар”ҙы бик яратып тың­лай­быҙ. Мәҡәләлә һәр алып барыусының эшенә ҡыҙыҡ анализ бирелгән. Мин Гөлсирәнең эфир­ҙа­рын һағынам”, тип йылы итеп яҙған.
Баҫмабыҙ дуҫтарынан килгән һәр хат, сәләм менән танышыу тотош халыҡтың тын алышын, йәшәйешен аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Артабан да һеҙҙән йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы, фәһемле хаттар көтөп ҡалабыҙ!




Вернуться назад