Илһөйәрлеккә иғтибар кәрәк24.02.2015
Өфөгә “Ватан Геройҙары вахтаһы”ның килеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Баш ҡалала улар ҡатнашлығында бихисап сара уҙҙы, ә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында геройҙар йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.

Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ тураһында һөйләгәндән һуң да йәш бы­уын вәкилдәре ҡайтырға ашыҡманы, үҙҙә­ренә кәрәкле мәғлүмәтте алырға тырышты.
Полковник Вячеслав Бочаров билдәлә­үен­сә, егет һәм ҡыҙҙар, илдә барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуҙан тыш, Геройҙарҙы та­нып белергә, ғорурланырға тейеш. Хөрмәтле ҡунаҡ һөйләгәндәрен миҫалдар килтереп ны­ғытты. Күптән түгел студенттар менән осра­шыуҙа ул Сочиҙағы Паралимпия уйындары чемпиондарын һанап сығырға ҡушҡан, тик берәү ҙә еңеүселәрҙең исемен атай алмаған. Уның ҡарауы, илебеҙҙә шундай ҙур сараның уҙыуы һәр кем өсөн ғорурлыҡ икән.
Яҡташыбыҙ Владимир Әлимов­тың һүҙҙә­ренә ҡарағанда, йәштәр араһында тарих ме­нән бәйле һынау үткәреү бигүк һөйөн­дөр­мәгән, был тәңгәлдә бе­лем­дәренең һайлығы һи­ҙел­гән. Шуға күрә лә йәш быуын менән тығыҙ бәй­ләнеш булдырыу – Геройҙарҙың тәү маҡсаты.








Вернуться назад