Иң әһәмиәтлеләре генә һаҡланасаҡ24.02.2015
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһаны. Сарала үткән йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.

Дәүләт унитар предприятиеларының хәле тураһында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов уларҙың һөҙөмтәле эшләмәүен билдәләне.
– Республика өсөн стратегик әһәмиәткә эйә йәки дәүләт функцияһын үтәгән унитар төргә ҡараған предприятиелар ғына һаҡланып ҡаласаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Башҡортостан Башлығы айырыуса банкрот билдәләре тойолған дәүләт предприятиеларына иғтибарҙы арттырырға саҡырҙы.








Вернуться назад