Аңлашып эшләгәс, йөҙ яҡты24.02.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәт (“Росреестр”) етәксеһе Игорь Васильев менән осрашты.
– Республикала һеҙҙең хеҙмәт идаралығы менән бәйләнеш бик яҡшы көйләнгән, – тине Рөстәм Зәки улы. – Үҙ-ара аңлашыусанлыҡ көслө, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, бөтә йүнәлештәр буйынса ла тырышлығыбыҙ уртаҡ. Был йәһәттән һис ниндәй ҡаршылыҡтар юҡ, шулай булырға тейеш тә. Даими ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Игорь Васильевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, муниципаль берәмектәр сиген билдәләүҙә, ергә идара итеүҙә һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкәнгә күрә, Башҡортостан федераль хеҙмәт өсөн төп төбәктәрҙән һанала. Илдәге ауыр иҡтисади хәл эшмәкәрлегебеҙгә бер нисек тә йоғонто яһамаҫ, тине “Росреестр” етәксеһе.
Яҡтар, осрашыуҙы йомғаҡлап, хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.