Эшлекле тәҡдимдәр заманы24.02.2015
Рөстәм Хәмитов 2015-2017 йылдарҙа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса cаралар планын тәҡдим итеү маҡсатында кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Тәҡдим ителгән план иҡтисадтағы диверсификация, импортты алмаштырыу, уңайлы инвестиция мөхитен һаҡлау, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге, хеҙмәт мөнәсәбәттәренең тото­роҡ­лолоғо, халыҡтың килеме, торлаҡ проб­лемаһын хәл итеү, социаль һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтеү мәсьәләләренә ҡағы­лышлы 50-гә яҡын пункттан тора.
– Сараларҙың төп маҡсаты – Башҡортос­тан халҡын көрсөктән яҡлау һәм респуб­ли­калағы сәнәғәт предприятиеларының ыша­ныс­лы эшләүен тәьмин итеү, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика Башлығы, иҡтисадтағы хәлгә бер нисә фактор, шул иҫәптән кредит став­каларының юғарылығы кире йоғонто яһай, тип билдәләне. План эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күр­һәтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ла үҙ эсе­нә ала. Улар араһында шәхси эшҡыуарҙар өсөн “һалым каникулы”, һалым ставкаһын кәметеү, нигеҙһеҙ тикшереүҙәргә юл ҡуймау, дәүләт һатып алыу систе­маһында бәлә­кәй биз­нестың өлөшөн арттырыу кеүек саралар бар.
Рөстәм Хәмитов аҙыҡ-түлеккә, шул иҫәп­тән шәкәргә хаҡ нигеҙһеҙ арттырылыуын да билдәләне.





Вернуться назад