Үҙебеҙҙекенә иҫәп тота алабыҙ24.02.2015
Үҙебеҙҙекенә иҫәп тота алабыҙ Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Белорет районы һәм ҡалаһына эш сәфәре барышында етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттары менән танышты.


Туҡан урта дөйөм белем биреү мәктәбе Рөстәм Зәки улының тәүге туҡталышы булды. 1961 йыл­да төҙөлгән ике ҡатлы белем усағына ни бары ике тапҡыр ремонт үткәрелгән: 13 йыл элек үҙәк йылы­тыу системаһы өлөшләтә йүнәтелгән, 2012 йыл­да түбә һәм санузел торбалары алмашты­рылған. Мәктәп директоры Венера Ишбулдина әйтеүенсә, хәҙерҙән үк ишек, тәҙрә, иҙәндәрҙе, һыу һәм канализация торбаларын, йылытыу системаһын яңыртырға кәрәк. Бөгөн бында 164 бала белем ала, шул иҫәптән һигеҙ уҡыусы Беҙәк һәм Әхмәр ауылдарынан йөрөп уҡый. Бының өсөн “УАЗ” һәм “ГАЗель” микроавтобустары бар.
Рөстәм Хәмитов кластарҙы, спорт залын, ашхананы ҡарап сыҡҡас, уҡытыусылар менән аралашты, балалар менән дә һөйләшергә ваҡыт тапты. Бинаға ремонт уҙғарыу өсөн төрлө варианттар ҡараласаҡ, тине Башҡортостан Башлығы.
Артабан Рөстәм Зәки улы ике ҡатлы Туҡан участка дауаханаһына килде. 1958 йылда сафҡа индерелгән учреждениела 10 ауыл халҡы хеҙмәт­лән­де­релә, шуның яртыһы айырыуса ҡыш осорон­да юл­һыҙлыҡтан интегә (500 баланы ла иҫәп­кә ал­ған­да, 2,5 мең кеше медицина ярҙа­мынан фай­ҙалана). Еңелсә генә ремонтты иҫәпкә алмағанда, бында бер ҡасан да комплекслы капиталь ремонт үткәрел­мә­гән. Әле дауахана заман талаптарына яуап бирмәй. Баш табип Вячеслав Елизарьев белдереүенсә, бина эстән дә, тыштан да ремонт­ҡа мохтаж. Инженер коммуникациялары ныҡ туҙ­ған, тотош алғанда, электр система­һы бер ниндәй ҙә нормаға тап килмәй.
Башҡортостан Башлығы, медицина учрежде­ние­һына ярҙам кәрәк, уға иғтибар көслө булырға тейеш, тип белдерҙе. Рөстәм Хәмитов табип­тарҙың етеү-етмәүе, шулай уҡ медицина ҡо­ра­мал­дары, препараттар һәм автопарк­тың торо­шо менән дә ҡыҙыҡһынды. Персонал, техника һәм дарыуҙар тәңгәлендә ҡытыршылыҡтар юҡ, тинеләр уға.
Артабан республика Башлығы Егәҙе ауылына юлланды, 75 бала уҡыған урта мәктәптең эше менән танышҡанда кластарға, спорт залына, музейға инеп сыҡты.
Рөстәм Зәки улы юлайҡан ауыл магазинына һуғылыуҙы ла кәрәк тип тапты. Бында ул тауар­ҙың төрлөлөгөн һәм социаль әһәмиәткә эйә булған­да­рының хаҡын тикшерҙе. Һатыусының һүҙҙәренә ҡарағанда, бигерәк тә һуңғы ваҡытта хаҡтар әллә ни үҙгәрмәгән, кәштәлә колбаса, һөт ризыҡтары, сыр, йомортҡа, икмәк кеүек үҙебеҙҙә етештерелгән продукция күпселекте тәшкил итә.
Белорет ҡалаһында Башҡортостан Башлығы мебель һәм панелле йорттар өсөн кәрәк-яраҡ етеш­те­реүсе “Дека-С” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиә­те­нең филиалына барҙы. “Бөгөнгө ҡатмар­лы иҡтисади шарттарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект­тары ҙур әһәмиәткә эйә. Тап улар, мәсьәләгә ҡараш дөрөҫ булған осраҡта, үҫеште тиҙләтеүсегә әйләнә ала”, – тип билдә­ләне Рөстәм Зәки улы.





Вернуться назад