Тәҡдимдәр кәрәк08.02.2012
Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел муниципаль районының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаһын тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡан көндән һуң ун көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәттәр өсөн телефон: 250-66-22.