Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройҙары Владимир Әлимов һәм Рафиҡ Ихсанов менән осрашты. Улар төбәктә алып барылған хәрби-патриотик тәрбиә эше тураһында фекер алышты.Рафиҡ Ихсанов ғинуарҙан “Мин – илһөйәр” йәмәғәт ойошмаһының эш башлауы тураһында һөйләне. Уның маҡсаты – үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең сәләмәт тормош алып барыуына шарттар тыуҙырыу, этник һәм конфессия-ара бәйләнештәр, милли йолаларға, тарихҡа ихтирам тәрбиәләү.
Геройҙар Башҡортостанда илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән бөтөн ойошмаларҙы берләштерергә, округта патриотик үҙәк булдырырға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов әлеге тәҡдимде хуплап, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле менән осрашҡанда, был мәсьәләне күтәреп сығасағын белдерҙе.