Фекерҙәштәрҙең ҡулынан килерлек08.02.2012
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Өфөлә һигеҙ мең ярым самаһы кеше эш эҙләүсе булараҡ теркәлгән, шул уҡ ваҡытта 11 меңгә яҡын вакансия бар. Иҡтисадта һәм социаль өлкәлә тотороҡлолоҡ һаҡланһын өсөн, әлбиттә, ошо ике күрһәткестең бер кимәлгә яҡынлашыуы мөһим.
– Иҡтисадыбыҙ өсөн айырыуса мөһим булған эшсе һөнәрен һайлаусылар бөгөн аҙ, – ти Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Ҡасандыр юрист, бухгалтер, иҡтисадсы кеүек белгестәрҙе күпләп әҙерләгәйнек, бының һөҙөмтәһе хәҙер асыҡ күренә: улар дипломына ярашлы эш таба алмай, консультант, һатыусы булып йөрөргә мәжбүр. Белем биреүҙең хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжға тап килмәүе, шулай итеп, тотороҡлолоҡто боҙа. Беҙгә уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлекте нығытырға, фәҡәт кәрәкле белгестәр әҙерләүҙе тәьмин итергә кәрәк.
Бөгөнгө хәл дауам иткән осраҡта баш ҡалалағы йәш белгестәрҙең байтаҡҡа кәмеүе ихтимал, ти хеҙмәт баҙарын күҙәтеүселәр. Уларҙың һүҙҙәренсә, нефть һәм газ эшкәртеү тармағы, тау-мәғдән сәнәғәте аяғында ныҡ баҫып тора, унда эшкә саҡырыусылар аҡсаны мул вәғәҙә итә, тик йәшәү урынын алмаштырыу шарты менән. Ярай әле Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары йәки республиканың көньяҡ-көнсығышы булһа, ә бит бүтән төбәктәргә, шул иҫәптән Себергә ылыҡтырыусылар ҙа бихисап.
Президент Рөстәм Хәмитов Өфөнөң яңы етәкселегенә баш ҡаланы, төбәктең бүтән муниципалитеттары менән бер рәттән, үҙ халҡы өсөн уңайлы, күркәм итеү бурысын ҡуйҙы. Ә бында үҫеш мөмкинлектәре киң: финанс, етештереү, интеллект ҡеүәттәре тупланған, республика халҡының 25 проценты самаһы төпләнеп йәшәй, һәм улар тулайым төбәк продуктының 40 процентын тәьмин итә.
Өфө хакимиәтенең изге маҡсаттары күп, уларҙың тормошҡа ашыуы өсөн ҡала Советының да абруйлы, эшкә һәләтле, халҡын һәм Ватанын ысын күңелдән яратҡан депутаттарҙан тупланыуы мөһим.
Д. МӘЖИТОВ.


Вернуться назад