Шул һанды табып бирһәңсе... Бүтәндәр нисек атайҙыр, уныһын белмәйем, әммә ул үҙен ҙур шағир тип иҫәпләй. Ә әҙип кеше, үҙегеҙ беләһегеҙ, һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөргә тейеш.
Аллаға шөкөр, ул быға тамсы ла хилафлыҡ килтермәй. Матбуғат йортонда әле бер редакцияла, әле икенсеһендә йыш күрергә була уны. Бына бөгөн дә, арлы-бирле итергә өлгөрмәнек, килеп тә инде.
— Ҡустым, фәлән-фәлән көндә бер шәлкем шиғыр ҡалдырғайным, сыҡтымы икән, юҡмы? Сыҡһа, шул һанды ғына табып бирһәңсе.
Кеселекле итеп һөйләшкән әҙиптән:
— Бәй, ағай, үҙегеҙ гәзит алдырмайһығыҙмы ни? — тип һорарға батырсылыҡ иттем.
— Эй, ҡустым, йәй буйы баҡсала ятҡас, барыбер уҡымайым тип яҙылып тормағайным, — тип әҙәпле генә яуапланы ул.
Көндәрҙең береһендә ишектән йәнә теге шағир күренде.
— Ҡустым, фәлән-фәлән көндә бер шәлкем шиғыр ҡалдырғайным, сыҡтымы шул, юҡмы? Сыҡһа, шул һанын ғына табып бирһәңсе.
Мин дә йәнә шул уҡ һорауҙы ҡабатлайым:
— Ағай, үҙегеҙгә гәзит килмәйме ни?
— Эй, ҡустым, гәзит уҡып ултырырға ваҡыт юҡ бит, шуға яҙылып тормағайным.
Журнал кәрәк ине Ул ғүмере буйы бер баҫманың редакцияһында эшләне. Халыҡ араһында журналды пропагандалап йөрөгәндә бөтә ерҙә бер үк һүҙҙе һөйләне:
— Балтик буйы халыҡтарынан, ғағауздарҙан өлгө алайыҡ, үҙ телебеҙҙәге матбуғаттың патриоты булайыҡ. Ана, улар бер журналды өсәр-дүртәр дана алдыра.
Алтмыш йәше тулғас, уны пенсияға оҙаттылар. Ә киләһе айҙа ул редакцияға килде.
— Миңә берәй артыҡ журнал булмаҫмы икән?
Байлыҡ Һәр кемдең яратҡан бер шөғөлө була. Ә ул үҙенә теге йәки был исемде юллауҙы кәсеп итеп алған. Бара, йөрөй, юллай, кәрәкле кешеләрҙе күрә, һөйләшә, һыйлай һәм теләгенә өлгәшә.
Хәҙер уның республика, ил күләмендәге премияларын, маҡтаулы исемдәрен теҙеп яҙа башлаһаң, үҙе бер йоҡараҡ китап хасил булыр ине.
Ижады бай күренмәһә лә, исемдәргә һәләк бай ул.
Венер ИСХАҠОВ.