"Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам булғанға күрә 23 февралдә һәм 8 мартта барлыҡ почта бүлексәләре лә ял итә.Байрам алдынан иһә, йәғни 22 февралдә һәм 7 мартта, бүлексәләрҙең эше бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Башҡа көндәрҙә почта ғәҙәттәгесә хеҙмәтләндерәсәк.