Һалдат уяу, һалдат һиҙгер...21.02.2015
Ҡыҙыл Армия. Совет Армияһы. Рәсәй Армияһы. Заманына күрә нисек кенә аталмаһын ул, асылы бер — ил ҡалҡаны. Ватанды һаҡлаған хәрби көс. Шунһыҙ дәүләт тә булмаясаҡ, шунһыҙ ошо дәүләттә йәшәгән халыҡ та азат түгел, иртәгәһе көнө билдәһеҙ.

Һәр нәмәнең тарихы бар. Булмаһа, бер аҙға ғына үткәндәргә бағайыҡ.
Һалдат уяу, һалдат һиҙгер...1918 йылдың 15 (28) ғинуарында Владимир Ленин Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһын (РККА), 29 ғинуарҙа флотын төҙөү тураһындағы декретҡа ҡул ҡуя. Германия империалистары йәш республикаға ныҡлап һөжүм башлағас, “Социалистик Ватан ҡурҡыныс аҫтында!” тигән декрет-өндәмә барлыҡҡа килә.
23 февралдә Петроград, Мәскәү, башҡа ҙур ҡалаларҙа митингтар үтә, армия сафына баҫырға теләк белдереүселәр күбәйә. Шуға ла был дата Ҡыҙыл Армия төҙөлгән көн тип иҫәпләнә башлай. 1946 йылдан башлап — Совет Армияһы көнө. 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин иһә Ватанды һаҡлаусылар көнө итеп иғлан итте.
Армия халыҡ менән көслө. Был хәҡиҡәт Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында асыҡ сағылды. Ысын мәғәнәһендә тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылыр ине ул осорҙоң һәр көнө. Тылдағылар үҙҙәре ас-яланғас булһа-булды, ләкин армияға һуңғы ризығына тиклем оҙатты. Һуғыш барған төбәктәрҙән килгән заводтарҙың ҙур ҡорамалдары эшелондан төшөп етмәгән, ә станоктары асыҡ һауала эшләй башлаған. Артта ышаныслы тыл барлығын белгән һалдат та алыш яланында ажарланып дошманға ташланған.
Эйе, СССР тарҡалып, Рәсәйгә яңынан көс туплар өсөн ваҡыт кәрәк булды. Ошо арала ниндәйҙер ҡиммәттәр тоноҡланып та ҡалғандыр. Әммә сәрпәкләнеп османы, онталманы — берәмтекләп тигәндәй киренән йыйылды. Тағы ла ныҡлыраҡ итеп йыйылды. Был йәһәттән йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе, мәктәптәргә ГТО нормалары, хәрби башланғыс әҙерлек дәресе ҡайтыуын, яңынан-яңы спорт секциялары асылыуын да билдәләргә кәрәк.
Армияла бөгөн һалдат тик хәрби күнегеүҙәр, уҡыу менән генә шөғөлләнә. Заманса ҡоралланған, рухи һәм физик яҡтан көслө ил һаҡсыһы ғына Ватанын ҡурсалай ала. Донъяның әле бер, әле икенсе ерендә үлемесле осҡондар тоҡанып тороуын әйтмәү мөмкин түгел. Бер йыл инде күрше генә ятҡан Украинала тыныс халыҡ һуғыштан яфа сигә. Уяулыҡты, һиҙгерлекте талап итә был заман. Шуға Ватанды һаҡлаусылар көнөнөң әһәмиәте айырыуса мөһим.


Вернуться назад