Ватанға тоғролоҡто иҫбатлап21.02.2015
Кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә парламент депутаттары “Ватан Геройҙары вахтаһы” акцияһында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Ватанға тоғролоҡто иҫбатлап“Ватан Геройҙары вахтаһы” проекты “Рәсәй Геройҙары Ассоциацияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Акция сиктәрендә Рәсәй Геройҙары делегацияһы төрлө төбәктәрҙә булып, урындағы етәкселек, ветерандар ойошмалары вәкилдәре менән осраша, мәктәптәрҙә ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрә, иҫтәлекле урындарға сәскәләр һала. Тәүге тапҡыр “Ватан Геройҙары вахтаһы” 2012 йылдың ноябрендә Рязань ҡалаһында уҙа.
— Рәсәй Геройҙары делегацияһын Башҡортостан ерендә күреүебеҙ беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, — тине Константин Толкачев, ҡунаҡтарҙы сәләмләп. — Һеҙ үҙегеҙҙең ҡаһарманлыҡ өлгөһөндә Ватанға булған мөхәббәтегеҙҙе һәм тоғролоғоғоҙҙо иҫбат итәһегеҙ. Һеҙ — йәштәр өсөн лайыҡлы өлгө.
Әйткәндәй, “Ватан Геройҙары вахтаһы” менән Өфөгә килгән ете Рәсәй Геройының дүртәүһе – Башҡортостандан. Уларҙың һәр ҡайһыһы йәштәрҙе ватансылыҡ рухында тәрбиәләү эше тураһында әҫәрләнеп һөйләне, был йүнәлешкә айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы.
— Башҡортостанға һәр саҡ тулҡынланып ҡайтам. Тыуған яҡтың һауаһы ла, кешеләре лә яҡын. Ғүмерем буйы хәрби хеҙмәт өлкәһендә, командир, штаб начальнигы вазифаларын башҡарҙым. Тыуған еребеҙҙе яратығыҙ! Тормоштағы һәр шатлыҡ, ҡаҙаныш илһөйәрлектән башлана, — тине Рәсәй Геройы Сергей Тулин.
Ошо уҡ көндә Геройҙар баш ҡаланың Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалды, Республика Дан музейында булды, юғары уҡыу йорто студенттары менән осрашты. Көндөң икенсе яртыһында делегация ағзалары күптән түгел сафҡа ингән “Мин — патриот” төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе, үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Бөгөн ҡунаҡтар “Болоттар” заманса сәнғәт үҙәгендә эшләп килгән күргәҙмәне ҡараясаҡ, ҡатнаш көрәш буйынса Башҡортостан чемпионатын тамаша ҡыласаҡ.


Вернуться назад