Хаҡлы түгелдәрБаҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе ағзалыҡ иғәнәһен түләмәгән өсөн, бер ниндәй суд ҡарарынан тыш, иҫкәртеүһеҙ электр сымын киҫкән. Єммә беҙ быға тиклем аҡсаны йыл аҙағында түләй инек. Был юлы ла шулай итергә уйлағайныҡ, өлгөрмәнек. Ширҡәт етәксеһенең утты өҙөүе законлымы?
Д. ЗЫЯЕВА.
Өфө районы.
Юҡ, сөнки тотонолған энергия өсөн аҡса түләнмәһә генә һеҙҙе электр утына хоҡуҡтан мәхрүм итә алырҙар ине. Баҡсасылыҡ ширҡәте түләнмәгән ағзалыҡ иғәнәһе, ошоноң өсөн иҫәпләнгән проценттар һәм башҡа бурыстарҙы һеҙҙән суд тәртибендә генә талап итеү хоҡуғына эйә.
Ҡайһы бер
бурыстар ҡала Бер ай элек ағайым ҡаты сирләгәндән һуң яҡты донъя менән хушлашты. Мин – уның берҙән-бер вариҫымын. Туғанымдың һалым буйынса бурыстарын ҡапларға тейешменме?
Динислам.
Ҡариҙел районы.
Кеше вафат булғандан һуң уның һалым түләү буйынса бурысы ла юҡҡа сыға. Єммә уның ҡайһы бере, мәҫәлән, транспортҡа, ергә, кешеләрҙең мөлкәтенә булғаны вариҫтар тарафынан мираҫҡа ҡалған мөлкәт хаҡына ярашлы ҡапланырға тейеш. Є бына кешенең килеменә һалымды түләргә кәрәкмәй. Был хаҡта Рәсәй Ћалым кодексының 13-сө, 14-се статьяларында әйтелә. Туғанығыҙҙың иҫән сағында һалым түләргә тейешлеге тураһында иҫкәртеү ҡағыҙын алыу-алмауын да асыҡлағыҙ. Сөнки Рәсәй Ћалым кодексының 57-се статьяһында кешенең һалым түләү буйынса бурысы иҫкәртеү ҡағыҙы бирелгәндән һуң барлыҡҡа килә тип әйтелә. Был документ кешенең шәхсән үҙенә йәки уның вәкиленә ҡул ҡуйҙыртып бирелә йәки почта аша заказлы хат итеп ебәрелә. Ћуңғыһы ебәрелгәндән һуң алты көн үтһә, квитанция алынған тип иҫәпләнә.
Ћәр нәмәнең үҙ урыны Бишенсе ҡатта йәшәйбеҙ. Күршеләге фатирҙы офис эшләү өсөн һатып алырға теләйҙәр тигән хәбәр йөрөй. Тыныслыҡ бөтә инде...
Т. ЗӘЙНИЕВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Был хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки торлаҡ йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән бина тип иҫәпләнмәй. Ошо осраҡта ғына унда офис асырға мөмкин. Є бының өсөн айырым ишек булырға, бүлмә күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашырға тейеш. Єммә бер иҫкәрмә бар: түбәнге ҡаттарҙа фатирҙар түгел, йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән биналар булһа ғына офис асыу тураһында рөхсәт биреүҙәре ихтимал.
Әлегә билдәләнмәгәнБыйыл 1 марттан һуң фатирҙы хосусилаштырырға теләһәң, уны дәүләттән һатып алырға тура киләсәк, тип ишеткәйнем. Уның хаҡы күпме буласаҡ?
Лилиә.
Илеш районы.
Әлегә күсемһеҙ милекте һатып алыуҙың аныҡ ҡына тәртибе билдәләнмәгән. Торлаҡтың хаҡы уның кадастр баһаһына йәки бойондороҡһоҙ белгес тарафынан билдәләнгән хаҡҡа ҡарап ҡуйыласаҡ тип күҙаллана.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.