Сәләмәтлектән дауаланыу ҡиммәтерәкме?20.02.2015
Тормош ауырлыҡтарына сыҙаһа ла, ауырыуҙарға, тән һыҙланыуҙарына түҙә алмай кеше. Төрлө үләндәрҙән яһалған төнәтмәләрҙе маҡтаһаҡ та, дарыуҙарһыҙ бер нисек тә йәшәп булмай.
Мин дә ғаиләбеҙҙе киҙеү йөҙәткәс, телефон аша Өфөләге дарыуханаларҙағы хаҡтар хаҡында белешмә тупланым. Улар араһынан үҙемә кәрәкле дарыуҙар осһоҙораҡ булғанына барып ингәндә бер нисә кеше сиратта тора ине. Пенсия йәшендәге ҡатын бер нисә препараттың хаҡы тураһында белеште лә: «Сирләүем яҡшыраҡ, аҡсам етмәй», – тип ишек яғына кире боролдо.
Кәрәкле өс дарыу өсөн генә мең һумдан ашыу түләргә тура килде миңә.
Ћуңғы ваҡытта медицина кәрәк-ярағына хаҡ артыуы тураһында Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы.
– Дүрт айҙа ҡайһы бер дарыуҙарға хаҡ 10 – 15 процентҡа күтәрелде. Киҫкен респиратор вируслы инфекцияны һәм киҙеүҙе иҫкәртеү препараттарына берәмләп һатыу хаҡтары уртаса өс процентҡа юғарыраҡ хәҙер. Берәмләп сауҙа итеү селтәрҙәре һәм күмәртәләп ташыусылар уйланылған сәйәсәт алып барһа ине, – тине сығышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Ул шулай уҡ Рәсәй Ћаулыҡ һаҡлау министрлығының төбәктәргә һатып алыуҙы үҙәкләштереү, медицина кәрәк-ярағын ташыусылар менән оҙайлы контракттар төҙөү һәм ғүмер өсөн мөһим дарыуҙар өлөшөн арттырыу маҡсатын ҡуйыуы хаҡында ла әйтте. Салауат Тәлғәт улы 2010 йылда республика Хөкүмәтенең ғүмер өсөн мөһим һәм кәрәкле дарыуҙарҙы күмәртәләп һәм берәмләп һатыу сиктәре тураһындағы ҡарарын мотлаҡ бойомға ашырыу кәрәклеге хаҡында иҫкәртте.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Єнүәр Бакиров бер йыл эсендә күмәртәләп һатып алыу хаҡтарының республикала – 1,7, Волга буйы федераль округында – 3,2, Рәсәйҙә 4 процентҡа артыуы хаҡында белдерҙе.
Былтыр, 2012 йыл менән сағыштырғанда, дәүләт медицина ойошмаларын дарыуҙар, медицина кәрәк-ярағы менән тәьмин итеү өсөн сығымдар 50 процент тәшкил иткән. Ћатып алыуҙың 66 проценты – сит ил тауарҙары. Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Алексей Меньшиков республиканың район һәм ҡалаларында хаҡтың төрлөсә икәнлеге хаҡында әйтте. Мәҫәлән, спазган таблеткаларын бер урында – 45, икенсеһендә 350 һумға алырға мөмкин.
Ћаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан бүлексәһе быйыл 1 июлдән фармацевтика ойошмаларын Прокуратураның ризалығынан тыш тикшереү хоҡуғына эйә буласаҡ.
– Ћеҙ коммерция менән шөғөлләнәһегеҙ, әммә тап ошо ваҡытта эшҡыуарлыҡтың социаль яуаплылығы күренергә тейеш, – тине Ћаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса бүлексәһе етәксеһе Динара Гашимова, дарыуханалар етәкселәренә мөрәжәғәт итеп.
“Катрен” ғилми-етештереү компанияһының коммерция директоры Антон Гурьянов әйтеүенсә, ошо көндәрҙә Франция концерндарының береһе дарыуҙарына хаҡты 40 процентҡа арттырған.
Тиҙҙән март етә. Ай башынан хаҡтар тағы күтәрелерме? Љасандыр “һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ” тиһәк, хәҙер дауаланыу сәләмәтлеккә ҡарағанда ҡиммәтерәк тип әйтергә генә ҡала.