Салауат Бәхтиәров — министр урынбаҫары20.02.2015
Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтиәров биләгән вазифаһын ҡалдырҙы һәм Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Салауат Ануш улы Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. 2007 йылдан алып Өфөнөң Совет районына етәкселек итте. Ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.



Вернуться назад