Төп бәлә – ришүәтселек20.02.2015
— Сит ил эшҡыуарҙары менән йыш аралашырға тура килә. Уларҙың эш алымдары һоҡландыра. Мәҫәлән, Ҡытайға инвестиция индерәм тиһәң, улар һине үҙҙәре самолет менән килеп ала. Ә беҙҙә эш башлау өсөн документтарҙы ғына айҙар дауамында теркәйҙәр, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов ил төбәктәренең эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдәре кәңәшмәһендә.

Ҡаҙна бизнес иҫәбенә тулыланһын өсөн тәү сиратта эшҡыуарлыҡты тотҡарлаған бар кәртәләрҙең дә алыныуы шарт. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҡтисадтың мөһим өлөшө булған бизнес өлкәһенең үҫешенә ҡамасаулыҡ етерлек. Шуларҙың береһе — ришүәтселек. Европа Советының башланғысы менән ойошторолған “Рәсәй Федерацияһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм ришүәтселек хәүефе” тигән кәңәшмәлә лә һүҙ башлыса ошо хаҡта барҙы. Илдең егерменән ашыу төбәгенән килгән бизнес-омбудсмен ҡатнашлығындағы сара тәжрибә, фекер алышыу майҙанын хәтерләтте.





Вернуться назад