Ил кимәленән ҡалышмаясаҡ20.02.2015
Республикала электр селтәрҙәре ҡоролмаларын етештерәсәктәр. Был хаҡта килешеүгә Берлинда “Башҡортостан электр селтәрҙәре” компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән “Сименс АГ” компанияһы вәкилдәре ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостанда, ватан продукцияһын файҙаланып, электр селтәрҙәре өсөн инновация продукцияһын әҙерләйәсәктәр. Ул Рәсәй стандарттарына тап киләсәк. Был эш биш йыл эсендә бойомға ашырылыр тип күҙаллана.
Үрҙә әйтелгән килешеүгә өҫтәмә рәүешендә кәрәк-яраҡ ташыу хаҡында биш йыллыҡ договорға ла ҡул ҡуйылған. Шулай итеп, киләһе йылдың апрелендә “Башҡортостан электр селтәрҙәре” компанияһы “Сименс”тың компоненттарын республика биләмәһендәге тәүге ҡоролманы етештергәндә файҙаланасаҡ.