Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп20.02.2015
Республика парламентының сираттағы ултырышы 26 февралгә тәғәйенләнде. Көн тәртибенә 60-ҡа яҡын мәсьәлә ҡуйыла, ун закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителә.

Дүрт закон проекты буйынса эш артабан да дауам итәсәк. Атап әйткәндә, “Башҡортостан Республикаһында инновация эшмәкәрлеге тураһында”, “Халыҡты һәм биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына дәүләт ярҙамы тураһында”ғы закондарға төҙәтмәләр индереү күҙаллана. Ун бер закон проектының тәүге уҡыуҙа уҡ ҡабул ителеүе мөмкин. Ҡануниәт өлкәһендәге яңылыҡтар Һайлау, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстарға ла ҡағыласаҡ. Һуңғыһы, әйтәйек, хоҡуҡ боҙоуҙың төрөнә ҡарап, штраф күләмен арттырыуҙы күҙаллай.
Бынан тыш, ултырышта Башҡортостан буйынса эске эштәр министрының төбәктә хоҡуҡ тәртибе һәм ведомствоның былтырғы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тураһында отчеты тыңланасаҡ.






Вернуться назад