Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды20.02.2015
18 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов Хөкүмәт Президиумы йыйылышын үткәрҙе.
Унда коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереүен ойоштороу буйынса пилот проектының тормошҡа ашырылыуы, республикалағы ҡала һәм ауылдарҙың ташҡынға эләгеүе ихтималлығы, “Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын тикшереү һөҙөмтәләре, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эшләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Был хаҡта тулыраҡ яҙманы киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ.