Ҡанатлы баһадир20.02.2015
Ҡанатлы баһадир “...Ҡотдостоң тимер “ат”ы сыҙамлығының сиге­нә сыҡ­ты, ахырыһы, был ҡәһәрле донъя менән мәң­гелеккә хушлашып, ер яң­ғыратып бер кешнәне лә ба­ҡый­лыҡҡа китте. Хат­та тимер сыҙамай көлгә әйләнде, ә кеше түҙә. “Хуш, бөркөтөм, толпар атым, рәхмәт һиңә, үҙе­ңә йөкмә­телгән бурысты үтәп киттең”, – тине летчик үҙенең тоғро “ил”ына. – Үлемесле яралан­ған көйө мине ер өҫтөнә килтереп ет­керҙең”. Траншеянан барыһын кү­реп торған немец һал­даттары, ҡыуанышып, ул йәшенгән соҡорға ташланды...”
Мәскәүҙә йәшәгән Советтар Союзы Геройы, летчик-штурмовик Ҡотдос Латиповтың артабанғы яҙмышы нисек булыр? Ошо хаҡта Лира-Әхмәт Яҡшыбаеваның гәзитебеҙҙең шәмбе һанында ба­ҫы­ла башлаясаҡ “Ҡанатлы баһадир” тигән повесынан өҙөктө уҡып белә алырһығыҙ. Әҫәр гәзиттең сайтына тулыһынса ҡуйыласаҡ.


Вернуться назад