Йондоҙнамә20.02.2015
Көтөлмәгән яңылыҡтарға бай осор булыр. Аҡса мәсьәләһен хәл итеп ҡалығыҙ. Күсемһеҙ милеккә бәйле эштәр уңышлы булмаҡсы. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул иткәндә эске тойомлауға таянығыҙ. Түҙемлек һәм иғтибар талап иткән һөнәр эйәләренә айырыу­са иғтибарлы булырға кәрәк. Был аҙнаның девизы – ихтыяр көсөн йоҙроҡҡа төйнәү. Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшергә теләһәгеҙ, бары тик көсөргәнешле эш һөҙөмтәләренә генә өмөт итә алаһығыҙ.



ҠУҘЫ (21.03 – 19.04)
Шәхси мөнәсәбәттәр менән эш араһында алтын урталыҡты табығыҙ. Хистәргә бирелер мәл түгел. Башығыҙҙы юғалтһағыҙ, эштә ауыр­лыҡтар тыуыр. Һеҙҙең турала ғәйбәт һөйләү­селәр артыр. Һалҡын ҡанлы булығыҙ. Мөһим ҡарар ҡабул иткәндә ҡабаланмағыҙ. Һаулы­ғығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Өшөмәҫкә тыры­шығыҙ.
БУҒА (20.04 – 20.05)
Үҙгәрештәргә әҙер тороғоҙ. Әлеге мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим. Көндәлек мәшәҡәт­тәр­ҙән арыныу хәйерле. Танышыу, дуҫтар менән осрашыу, театр, филармонияға йөрөү өсөн һәйбәт мәл. Һәр нәмәлә яңылыҡ табып, заманса фекер йөрөтөгөҙ. Эштәге көсөргә­нешле осорҙоң нервы ҡаҡшауына килтереүе ихтимал.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 – 21.06)
Икенсе яртығыҙ менән аңлаша алмау мөнә­сәбәттәрҙең боҙолоуына килтерәсәк. Эште ҙур­ға ебәрмәҫ өсөн күп көс һалырға тура киләсәк. Йәрегеҙгә ышанығыҙ һәм һәр аҙымын контролдә тоторға тырышмағыҙ. Бер-берегеҙ менән кәңәшләшеп йәшәгеҙ. Эштә иһә ҡуйыл­ған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ҙур көс талап итәсәк, шулай ҙа тырышлыҡ бушҡа китмәҫ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 – 22.07)
Һеҙҙе уңышлы мәл көтә. Был аҙнала та­нышҡан кеше менән оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырырһығыҙ. Абруйлы, хөрмәтле кешеләр менән аралашыу алыштырғыһыҙ тәжрибә бирәсәк. Йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡат­нашығыҙ. Уңышлы эш проекттары тормошҡа ашһа, мулыраҡ килем алырһығыҙ.
АРЫҪЛАН (23.07 – 22.08)
Хәлдәр киҫкенләшкән мәлдә, башҡаларға һалышмағыҙ, ҡарарҙы үҙегеҙ ҡабул итегеҙ. Гел генә ниндәйҙер үҙгәрешкә ынтылырһығыҙ, әммә был осорҙа тормошоғоҙҙо икенсе яҡҡа бороп ебәрергә ашыҡмағыҙ. Көсөгөҙҙө сама­лағыҙ. Юлда йөрөгәндә һаҡ булығыҙ.
ҠЫҘ (23.08 – 22.09).
Ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан ҡасып булмаҫ. Алтын урталыҡты табырға тырышығыҙ. Һөйгә­негеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалып эш итегеҙ. Эштә иһә хеҙмәттәштәрегеҙҙән айырылмағыҙ. Ҡушылғандан артығын атҡармағыҙ. Был аҙнаны һәүетемсә генә үткәрегеҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 – 22.10).
Һуңғы ваҡытта тормош һеҙгә сағыу төҫтәрен юғалтҡан кеүек булып тойола икән, барыһын да ыңғай яҡҡа үҙгәртеү – һеҙҙең ҡулда. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Эштә иһә барлыҡ проекттарға ла һаҡ ҡарағыҙ, яңылышыуҙы ғәфү итмәҫтәр.
САЯН (23.10 – 21.11).
Яңы бәйләнештәр булдырыу, дуҫтар табыу өсөн уңайлы мәл. Ташып торған дәртегеҙҙе һүрелдермәҫ өсөн дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Ижади һәләттәрҙе үҫтереү мөмкинлегенән баш тартмағыҙ.
УҠСЫ (22.11 – 21.12)
Көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеү күп ваҡытты аласаҡ. Бынан тыш, атай-әсәйегеҙ йәки башҡа туғандарығыҙ оҙаҡҡа ҡунаҡҡа ки­леүе бар. Кәйефегеҙ ҡырылыр. Күңел төшөн­көлөгөнә бирелмәҫ өсөн йышыраҡ кеше араһына сығығыҙ, китап уҡығыҙ. Күсемһеҙ милек һатыу йә һатып алыу мәсьәләһе уңышлы хәл ителер.
ЫЛАҠ (22.12 – 19.01)
Яҡындарығыҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға мохтаж. Ғаиләгеҙгә мөмкин тиклем күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Ял көндәрендә ҡайҙалыр сығып килеү ҙә файҙаға ғына булыр. Үҙ-үҙегеҙгә йомол­мағыҙ, аралашырға теләгәндәргә асыҡ йөҙ күрһәтегеҙ. Эштәге әүҙемлек үҙен аҡлар. Ки­лешеү төҙөү, командировкаға сығыу һөҙөм­тәле булыр. Тик һыуыҡ тейҙереп ҡуймағыҙ.
ҺЫУҒОЯР (20.01 – 18.02)
Бер үк тырмаға күпме баҫырға була? Хис-тойғоларға бирелеп, хаталарға юл ҡуймағыҙ. Кемгәлер биргән вәғәҙәне үтәмәй ҡалмағыҙ. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр өсөн килемле осор. Мөмкин тиклем күберәк инвестиция туплап ҡалығыҙ. Бер йыл эсендә барлыҡ сығымдар ҙа аҡланыр. Сифатһыҙ аҙыҡ-түлек ашап ағыуланыу ихтималлығы юғары, шуға һаҡ булығыҙ.
БАЛЫҠ (19.02 – 20.03)
Һуңғы осорҙағы тыныс тормош менән хушлашырға тура килер. Һеҙҙе ел-буранлы мәл көтә. Хатта мөхәббәт утына ташлауы ла ихтимал. Уңыштың сере бары үҙегеҙгә бәйле. Аҙнаның икенсе яртыһында көс-дарманығыҙ ташып торор. Ошо мәлде мөмкин тиклем файҙаланып ҡалығыҙ. Йышыраҡ осрашыу­ҙарға йөрөгөҙ. Мул килем алыуығыҙ көтөлә.


Вернуться назад