Беҙ һаҡламай уны кем һаҡлаһын…20.02.2015
Беҙ һаҡламай уны кем һаҡлаһын… Горизонталь буйынса: 4. Тренажер танк­тың, самолеттың идара пульты. 9. Ирҙәр тауышы. 10. Оптик приборҙар өсөн ҡул­ланыл­ған юғары сифатлы быяла. 11. Һал­даттың үҙе менән йөрөткән ҡылыслы алюмин һауыты, ҡу­ла. 13. Ҡыҫҡа көбәкле винтовка. 15. Ваҡыт­лы баҫма. 19. Һары сәскәле һыу үҫемлеге. 23. Ер аҫ­тына һалынған шартлатҡыс заряд. 24. Электр тогының көсөн үлсәү берәмеге. 25. “Любэ” төркөмөнөң популяр йырындағы офицер. 27. Тур­непс нимә ул? 28. Суфиян Поварисов һуғышта атҡан снаряд. 29. Йә­не юҡ – йө­рөй. 30. Ике яҡ таяуға аралы итеп теҙеп ҡуйылған бер нисә ағас. 32. Бә­лә­кәй генә йорт, эсе тулы ҡара ҡорт. 36. Оҙон ҡойроҡло эре тутыйғош. 37. Өс йәш менән дүрт йәш араһын­дағы бейә малы. 38. Ел менән “һөйләшкән“ ағас. 40. Кү­ңел кәйефһеҙлеге. 41. Оса алмаған “император ҡошо”. 44. Татлы картуф. 45. Спарта крәҫ­тиәне. 46. Ер аҫтындағы лабиринт. 48. Те­рек­лек яңы башланған, яра­тылған ваҡыт. 50. Ин­глиз телендәге the. 51. Бик әсе көлөп яҙылған публицистик әҫәр. 53. Волга башын­дағы беренсе ҡала, һуғышта уның өсөн ҡанлы алыш була – уға бағышлап Александр Твардовский шиғыр ҙа яҙа. 54. Ҡарағас япрағы. 55. Диңгеҙ ярындағы вилла. 57. Банкет­тағы тост. 58. Бер йүнәлештә хәрәкәт иткән танктар, самолеттар, караптар төркөмө. 59. Фин мунсаһы.
Вертикаль буйынса: 1. Бер илдең порттары араһындағы навигация. 2. Ер аҫтында еҙ ҡашыҡ. 3. Гитара грифындағы винт. 5. “Һәнәк” йәки “Аманат” баҫма бу­ла­раҡ. 6. Әкиәттәге тереклек инеше. 7. Ҡо­рал оҫталары Федор Токарев, Сергей Мо­син, Николай Макаровтар ме­нән дан­лы ҡала. 8. Раут, суаре нимә ул? 12. Тот­ҡа­һыҙ сынаяҡ. 14. Аҡһаҡалдар йыйыны. 15. Боҙ­ҙа уйылған тишек. 16. “Алыҫ Көн­сығышта Приморье крайының Хәсән районында, Ҡытай, Корея сиктәренә яҡын “Совет Армияһы отличнигы”, “Гвардеец” значоктарын, өлкән сержант лычкаларын тағып хеҙмәт ителде. Бер йылдай ашнаҡ­сылар отделениеһы командиры вазифа­һын­­да ялан кухняһы менән ҙур уче­ние­ларҙа, полк, рота күнекмәләрендә ҡатнашырға яҙҙы. Автоматты хәҙер ҙә күҙ йомоп йыя алам.
Үҙем тыуып үҫкән Илеш районы, әле йә­шә­гән Дүртөйлөнән ҡала-район егеттәре лә бул­ғас, хәҙер осрашҡан һайын хеҙмәт йылдарын, хәрби дуҫтарҙы бергәләшеп һағынып иҫкә ала­быҙ. 23 февраль һайын байрам менән ҡот­ла­шабыҙ, халыҡ-ара хәлдәр өсөн борсолабыҙ. Кешелек өсөн тыныслыҡтан да ғәзиз төшөнсә юҡ! Шинелле йәшлегем, ғөмүмән, әрме темаһына күберәк публицистика яҙҙым һәм яҙам...” 17. Кейәле йорт. 18. Ҡылыс ҡоросо. 19. Наһыр йәки ирада нимә ул? 20. Файҙалы танышлыҡ. 21. Балтанан ауыр, балдан татлы. 22. Тайга йыртҡысы. 26. Шартлатҡыс өсөн дә, дарыу өсөн дә ҡулланылған шыйыҡса. 27. “Армияла буш ваҡыт булғыланы. Уны мин уҡыу, үҙ өҫтөмдә эшләү өсөн файҙаландым. Мәҫә­лән, Леонид Леоновтың “Урыҫ урманы” роман-эпопеяһын, башҡорт яҙыусыларының яңы әҫәрҙәрен яратып уҡыуым хәтерҙә. “Литературная Россия”, “Союзматбуғат” аша Өфөнән “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналын, “Совет Башҡортостаны” гәзитен алдырып торҙом. Мөмкинлек булғанда, үҙем генә радиостанцияла ултырып, Өфөнән көндөҙгө башҡорт концерттарын тыңлай торғайным. Шул осорҙа матбуғат биттәрендә күп кенә мә­ҡәләм баҫылып сыҡты. Йәғни иң иҫтә ҡалғаны – армияла үткән йылдарҙы мин өлөшләтә үҙемде журналистика, әҙәби ижад эшенә әҙер­лек өсөн файҙаланғанмын, тип раҫлайым...” 29. “Әрме хеҙмәтенә, уставтарҙағыса алғанда, ыңғай ҡарайым. Совет осоронда һалдат бул­маған егеткә ҡыҙҙарҙың да бик ҡарамағанын иҫләйбеҙ ҙәһә. Ауылдан хәтәр итеп оҙатылып, Өфөлә комиссия үтә алмай кире әйләнгән егеттәр яман ояла торғайны. Хәрби форма кейеп, бөркөт булып, тыуған яҡҡа ҡайтҡа­нымды иҫләһәм, әле булһа йөрәгем елкенеп китә. Бөгөн инде хәл икенсерәк, хеҙмәткә ашҡыныусылар күп түгел. Заманға күрә дөрөҫ тә тием, сөнки һәр эштә ысын профессионалдар кәрәк, тәбиғәттән тыныс тормош өсөн ярал­тылған кешене хәрби тәртәләр эсенә баҫтырыуҙан фәтүә әҙҙер...” 31. Ноябрҙә байрам иткән “канонир”. 33. Гонаһлы эш. 34. Ба­ҡыр йәки терегөмөш химик күҙлегенән. 35. “Хи­кәйәләр яҙыуға (уғаса гел шиғыр ижад итә инем) армияла тотондом. Хеҙмәт урынынан ебәргән “Минең дуҫ” тигән хикәйәм – 1954 йыл “Әҙәби Башҡортостан” жур­налының 2-се һанында, ҡалғандары гәзиттәрҙә баҫылды. “Тревога алдынан” (“Ғорурлыҡ”) тигән повесым (1958) тулы­һынса хәрбиҙәр тормошона арналған. Ул тәүҙә “Әҙәби Башҡортостан”да (хәҙерге “Ағиҙел”) баҫылды, унан айырым китап булып сыҡты...” 37. Быуа ҡоролмаһы. 39. “Тормошто өйрәнеү – бик киң төшөнсә. Яҡшы (…)тар уҡыу шулай уҡ тормошто өйрәнеү ул” (Кирәй Мәргән). 42. Ганнибал дәүләте. 43. Йырсылар һәм музыканттар ансамбле, хор. 47. Урал батыр һыбай менеп йөрөгән йыртҡыс. 49. Ҡатын-ҡыҙҙың маңлайға ҡуйыу өсөн уҡа-мәр­йендән биҙәп яһаған таҫмаһы. 52. Рәшит Назаровтан:
Тупраҡ һуты – усҡа йыйылған,
Бармаҡ эҙем – ергә уйылған.
Тупраҡ кеүек ҡара өҫ-башым,
Баҫыу моңо – ғүмер (…)ым.
56. Ағастың сурайып торған боҙоҡ урыны.






Кроссвордтың яуаптары
Горизонталь буйынса: 4. Джойстик. 9. Баритон. 10. Кронглас. 11. Котелок. 13. Карабин. 15. Матбуғат. 19. Томбойоҡ. 23. Фугас. 24. Ампер. 25. Комбат. 27. Шалҡан. 28. Мина. 29. Сәғәт. 30. Арата. 32. Мәк. 36. Арара. 37. Дүнәжен. 38. Уҫаҡ. 40. Минор. 41. Пингвин. 44. Батат. 45. Илот. 46. Катакомба. 48. Әлмисаҡ. 50. Артикль. 51. Памфлет. 53. Ржев. 54. Ылыҫ. 55. Бунгало. 57. Спич. 58. Армада. 59.Сауна.
Вертикаль буйынса: 1. Каботаж. 2. Кишер. 3. Колок. 5. Журнал. 6. Йәншишмә. 7. Тула. 8. Кисә. 12. Каса. 14. Ҡор. 15. Мәке. 16. Тимерханов. 17. Умарта. 18. Булат. 19. Теләк. 20. Блат. 21. Йоҡо. 22. Ҡоно. 26. Нитроглицерин. 27. Шәкүр. 29. Сәғитов. 31. Артиллерист. 33. Мәғаси. 34. Металл. 35. Мусин. 37. Дамба. 39. Китап. 42. Карфаген. 43. Капелла. 47. Арыҫлан. 49. Ҡашуҡа. 52. Юлдаш. 56. Оро.


Вернуться назад