Баш ҡалалағы “Нур” татар дәүләт театры бинаһында урынлашҡан Өфө ҡала һайлау комиссияһының күсеп китеүе сәбәбе тураһында имеш-мимештәр йөрөй ине. Мәсьәләне асыҡлау маҡсатында театр директоры Урал Ғирфатуллинға мөрәжәғәт иттек.
— Театр — ул мәҙәниәт усағы. Беҙгә халыҡ эштән һуң ял итергә, рухи аҙыҡ алырға килә, — тине ул. — Театр етәкселегенең бурыстары башҡа, ә һайлау эше беҙгә ҡайһы бер йәһәттән уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы.
Өфө ҡалаһының һайлау комиссияһы секретары Руслан Төхвәтшин да был фекер менән килеште.
— “Нур” театрынан күсеп китеүебеҙҙең сәбәбе шул: улар беҙгә етерлек урын бирә алманы. Кандидаттар һәм уларҙың вәкилдәре күп килә. Театрға беҙ ҡамасаулыҡ тыуҙыра инек. Яңы урыныбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ, ул ике тапҡырға ҙурыраҡ һәм теләгән һәр кешене ҡабул итергә әҙербеҙ, — тине ул.
Һайлау комиссияһы Адмирал Макаров урамындағы 19/1-се йортҡа күскән. Ул әүәлге тәртиптә эшләй: эш көндәрендә — иртәнге сәғәт 10-дан киске 6-ға, ял көндәрендә 10-дан 4-кә тиклем.
Ә. ӘЙҮПОВА.