Үҙенсәлекле бүләк20.02.2015
Башҡортостанды күрергә килгән ҡунаҡты тәү сиратта ни ҡыҙыҡһындыра? Билдәле, республиканың дәүләт символдары, билдәле кешеләр, төбәктәге тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында мәғлүмәт. Ә бына “Янғантау” шифаханаһы был йәһәттән бөтөнләй башҡа бүләге менән ҡыуандыра.
Ул – “Урыҫса – башҡортса һөйләшеү китабы”. Әсбапта башҡорт алфавиты, сәләмләү һүҙҙәре, ер-һыу исемдәре, аҙна көндәре, ваҡыт, төрлө хәлдәрҙә аралашыу алымдары һәм башҡа көндәлек тормошта кәрәкле бихисап мәғлүмәт бирелгән. Китаптың төп әһәмиәте шунда: ул шифаханаға килгән кешеләр күңелендә башҡорт теленә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әйткәндәй, күптәр әсбапты үҙе менән алып ҡайтып та китә.
Ғөмүмән, “Янғантау” шифаханаһы хакимиәте ифрат кәрәкле, файҙалы эш башҡарған. Башланғысты бүтән ойошмалар ҙа күтәреп алһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине!