Ҡатнаш ғаилә: балалар нисек тәрбиәләнергә тейеш?20.02.2015
Башҡортостан – күп милләтле республика. Шунлыҡтан унда ҡатнаш ғаиләләр бихисап. Әле, миграция көсәйгән осорҙа, бындай күрһәткестең тағы ла артыуы мәғлүм.
Халҡыбыҙҙа элек-электән килгән йола, әх­ла­ҡи талап буйынса, бер милләтле, тел­ле ғаилә ҡороу хуп күрелә. Ләкин ысын­барлыҡта күреүебеҙсә, был ҡағиҙә күп осраҡта үтәлмәй. Ҡатнаш никахты үтә на­сар күренеш тип тә иҫәп­ләргә ярамай. Беҙ­ҙең күп йылдар дауамында уҙға­рыл­ған махсус күҙәтеүҙәргә ҡара­ғанда, бындай ғаиләләрҙә шовинизм һәм мил­ләтселек һирәгерәк осрай, башҡа халыҡ­тарҙың теленә, мәҙәниәтенә, ғө­рөф-ғәҙәтенә ихтирам, уларға теләк­тәшлек күрһәтеү ынтылышы көслөрәк була. Ҡатнаш никахтан тыуған балалар тиң­дәштәре менән уртаҡ телде тиҙ табыусан. Ата-әсә туғандарына, бер-бе­ре­һенең теленә, ғөрөф-ғәҙәтенә, мә­ҙә­ниәтенә ихтирам менән ҡарай икән, был мөхиттә тәрбиәләнгән йәш бы­уын­дың тәкәббер булып үҫеүе мөмкин түгел.
Ҡатнаш ғаиләлә аралашыу – ҡат­мар­лы һәм үҙенсәлекле процесс. Ул бала өсөн йәшәү, мә­ҙәни үҫеш сараһы ғына түгел, ә социаль-педагогик йәһәттән ны­ғыныу ысулы ла. Шуға ла ҡат­наш ғаилә шарттарында мотлаҡ тыуасаҡ туған тел мәсьәләһенә етди иғтибар бүлеү мө­һим. Баланың телен формалаштырыу, тел­мә­рен үҫтереү процесына етәкселек итеү өсөн ҡулланмалар, методик тәҡ­димдәр әҙер­ләү эше берләшкән ғилми көс талап итә. Ул психологик, лингвистик, социологик, психолингвистик һәм башҡа күҙлектән ҡаралып хәл ителергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта уның, әлбиттә, телмәр ком­му­ни­ка­цияһы барлыҡҡа килгән, фор­ма­лаш­ҡан төрлө экстралингвистик шарттарҙы (ғаилә, мәк­тәпкәсә белем биреү учреждениелары, мәк­тәп, урам, радио, телевидение, Интернет) өй­рә­неү, анализлау нигеҙендә эш­лә­не­ле­үе мө­һим. Тап ошо йәһәттән беҙ ҡатнаш ғаиләлә туған тел проблемаһының түбәндәге аспекттарын үҙ­ләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ: 1) ғаилә ағ­за­лары ҡайһы телде үҙенеке тип иҫәпләй; 2) төр­лө быуын вәкилдәре араһында аралашыу ниндәй телдә алып барыла; 3) ҡайһы телдә балалар яҡ­шы­раҡ һөйләшә; 4) ниндәй осраҡтарҙа йәш быуын вәкиле икенсе телдә аралашыуға күсә, нисә йәшендә; 5) баланы бер үк ваҡытта бер нисә телгә өйрәтеүгә ата-әсәнең ҡарашы ни­сек; 6) ғаиләлә һөйләү телмәрен формалаш­ты­рыу­ға, үҫтереүгә кем (йәки нимә) нығыраҡ йоғонто яһай: әсәй, атай, өләсәй, олатай, өлкән туған­дар, урам, мәктәп, радио, телевидение, Интернет; 7) бала мәғлүмәтте ниндәй телдә һәм ҡайҙан ала. Ошоға оҡшаш һорауҙар төрлө милләт сабыйҙары тәр­биә­ләнгән балалар баҡсаларының тәрбиәселәренә лә бирелде.
Анкеталарҙан күренеүенсә, ғаиләлә тел фор­малашыу процесы үҙ ыңғайына бара. Ата-әсә араһынан бик һирәктәр генә балаһын бер үк ваҡытта ике телгә өйрәтеү менән махсус шө­ғөлләнә. Шул уҡ мәлдә тик­шереүҙә ҡат­наш­ҡандарҙың 30 проценты был алымды хуп күрә. Ә күптәр (45 процент) туған телдәрҙең берәү­һен өйрәнеү ҙә етә тип иҫәпләй; бәғзеләр (20 про­цент) урыҫса яҡшыраҡ бе­леүгә өҫтөнлөк бирә, ә ҡалғандар (5 процент) баланың бер нисә телде үҙләштереүенә бөтөнләй ҡаршы, йәнәһе, ул “йәмғиәттә үҙ йөҙөн юғалта” (ата-әсә­нең яуабынан). Ҡалала йәшәгән­дәрҙең ҡайһы бер­ҙәре, мәктәптә сит телдәр урынына үҙебеҙҙе­кен уҡытыу яҡшыраҡ булыр ине, тип белдерҙе. Уларҙың те­лә­ге аңлашыла: ҡала шарттарында төрлө милләт балаларының үҙ асылын юғал­тыуы сер түгел. Шулай ҙа сит телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Йылдам үҫеш кисергән тормош киң белем талап итә. Мәсьәләне уңышлы хәл итеү юлы – ғаиләлә туған телде өйрәнеү, аралашыу сифатын күтәреү алымдарын эҙләү, мәктәптә уҡытыуҙың яңы отошло ысулдарын табыу, ышаныслы кадрҙар әҙерләү.
Ҡайһы бер ҡатнаш ғаиләләрҙә ошондай сетерекле хәлгә осраныҡ: сабыйға исем таба ал­майҙар. Ҡатынға береһе оҡшамаһа, ире уның әйткәне менән килешмәй, олатай менән өләсәй иһә бөтөнләй аптырауға ҡалған… Ғәҙәттә, бындай осраҡтарҙа ғаиләлә өҫтөнлөк алған тел еңеп сыға. Ата-әсәнең дине бер бул­һа, әлбиттә, исем ҡушыу мәсьәләһе еңелерәк хәл ителә.
Анкетаның айырым һорауҙарына бер нисә яуапты ҡарап үтәйек.
Балаларығыҙ ҡайһы телдә яҡшыраҡ һөйләшә?
1-се яуап (атаһы – башҡорт, әсәһе – татар): “Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ бәхәс тыуа. Балалар нин­дәй милләт вәкиле тип һаналырға, уларҙың туған теле ниндәй булырға тейеш? Мәсьә­ләне былай хәл иттек: минең фамилияны йөрөткәс, улар – башҡорт. Ә туған телдәре, әйҙә, урыҫ теле булһын, сөнки үҙ-ара арала­шыуҙа барыбер уны күберәк файҙаланалар, ҡала мәктәбенә барасаҡтар”.
2-се яуап (атаһы – башҡорт, әсәһе – немка): “Ғаиләлә аралашыу урыҫса бара, сөнки бер-беребеҙҙең телен белмәйбеҙ”.
3-сө яуап (атаһы – татар, әсәһе – мәрйә): “Мин баш­ҡортса бөтөнләй бел­мә­гәс, ғаиләлә аралашыу, әлбиттә, урыҫ телендә генә ойош­то­ролған. Шуныһы ҡыҙға­ныс: аталары акцент ме­нән, ҙур хаталар ебәреп һөйләшә. Был хәл балаларҙың телмәр үҫешенә кире йоғонто яһай”.
4-се яуап: (атаһы – сыуаш, әсәһе – башҡорт): “Өйҙә күберәк баш­ҡортса ара­лашабыҙ, үҙем дә быға күнектем. Бала­ларҙы сыуаш теленә өйрәтеү тураһында нисектер бер ҙә уйлағаныбыҙ юҡ. Минеңсә, балалар башҡортса һәм урыҫса яҡшы белһә, шул еткән. Беҙ бит Башҡортостанда йәшәй­беҙ. Балалар уҡырға башҡорт мәктәбенә барасаҡ”.
Баланы бер үк ваҡытта бер нисә телгә өйрәтеүгә нисек ҡарайһығыҙ?
1-се яуап: “Бик насар! Бала иң элек туған телен яҡшы үҙләштерергә тейеш, аҙаҡ ҡына икенсеһен өйрәтеүгә күсергә кәрәк”.
2-се яуап: “Бер нисә телдә һөйләшә белеү, әлбиттә, яҡшы күренеш. Ләкин балалар баҡса­һында сабыйҙарға үҙ асылына ярашлы тәрбиә­ләнеү мөмкинлеге булдырылһын ине“.
3-сө яуап: “Бер үк ваҡытта бер нисә телгә өйрәтеү, минеңсә, дөрөҫ түгел, сөнки бындай осраҡта бала үҙенең “мин“леген юғалта”.
Бындай миҫалдарҙы ифрат күп кил­те­рергә булыр ине. Үрҙә иғтибар ител­гән­дә­ренән генә күренеүенсә, ҡатнаш ғаи­лә­ләрҙә туған тел мәсьәләһе киҫкен тора. Был йә­һәт­тән анкета эшендә ҡат­нашҡан педагогтарҙың береһенең фекеренә иғтибар итәйек: “Беҙҙең мәктәптә төрлө милләт балалары белем ала. Телмәр үҫеше яғынан да айырылалар. Башланғыс класс уҡытыусылары күҙә­теүенсә, ата-әсә­һе бер милләттән булған балаларҙы уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүе еңелерәк, сөнки уларҙа туған телдә һөйләшеү күнекмәләре форма­лашҡан була. Ә бына ҡатнаш ғаиләләрҙә тыуған­дарҙың үҫеше бөтөнләй икенсе. Бындай балалар башлыса атаһының да, әсәһенең дә туған телен йүнләп белмәй. Шунлыҡтан урыҫса һөйләшеп маташ­һалар, уҡытыусыға эште уларҙың хаталарын төҙәтеүҙән баш­ларға тура килә. Ҡатнаш ғаилә ҡорған ата-әсәгә балаһын бәләкәйҙән туған теленә өйрәтеүгә ныҡ ярҙам иткебеҙ килә, тик был теләкте тормошҡа ашырыу юлдарын белеп бөтмәйбеҙ – ҡулыбыҙҙа бер ниндәй ҡулланма ла, методик күрһәтмә лә юҡ”.
Күреүебеҙсә, ата-әсәгә, уҡытыусы­ларға, айы­рыуса төрлө милләт балалары белем һәм тәрбиә алған мәғариф учреждениелары хеҙ­мәткәрҙәренә етди методик ярҙам кәрәк.

Земфира СӘХИПОВА,
педагогика фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены
кавалеры.
Мәскәү ҡалаһы.



Вернуться назад