“Хатта өҫкә сыҡҡылары килмәй!”18.02.2015
“Хатта өҫкә сыҡҡылары килмәй!”Бер ир иртәнсәк балыҡ ҡармаҡ­лай икән. Янына икенсеһе килә.
– Бөгөн һыу нисегерәк?
– Иҫ киткес: балыҡтарҙың хатта өҫкә сыҡҡыһы ла килмәй.

“Ул да хәтерләмәй бит...”

Ике кеше балыҡ тотоп ултыра.
— Ниңә кәйефең юҡ? – тип һорай береһе.
— Беләһеңме, туйыбыҙҙың йыл­лығы булған, ә мин онотҡан­мын...
— Ул ҡәҙәр көйәләнмә. Һин бына, мәҫәлән, ҡармаҡҡа тәүге тапҡыр балыҡ тотҡаныңды хәтерләйһеңме?
— Әлбиттә, хәтерләйем.
— Бына шулай, ә балыҡ хәтерләмәй...

“Һинең кеүек бәйләнсек”

— Берәй нәмә тоттоңмо? – тип ҡыҙыҡһына үткенсе балыҡсынан.
— Эйе, – тип яуаплай һөмһөрө ҡойолған һәүәҫкәр. – Берәүҙе тотҡайным, йылғаға ебәрҙем. Буйы һинекендәй, етмәһә, һинең кеүек бәйләнсек!


Вернуться назад