Һөйәгенән айырылған балыҡ ите (500 грамм), аҡ шарап (100 грамм), май (100 грамм), бер лимон, кишер, борос, тоҙ, әнис, башлы һәм йәшел һуған кәрәк буласаҡ. Балыҡ итенә тоҙ, борос һибәбеҙ. Уны алдан майлап әҙерләнгән ҡурғаш битенә һалабыҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән кишер, түңәрәкләп туралған һуған, аҡ шарап өҫтәлә. Унан ҡурғаш битен яҡшылап төрөп, мейескә тығабыҙ. Ике яғын да 10-ар минут ҡыҙҙырырға кәрәк. Мейестән алғас, әҙер ризыҡҡа лимон һутын ҡойоп, уны йәшелсә менән бергә өҫтәлгә ҡуябыҙ.