Бразилияның көньяғындағы Лагуна ҡалаһында дельфиндар балыҡсыларҙың ярҙамсыһы булып иҫәпләнә: ярға күп итеп табыш ҡыуып килтерәләр. Балыҡсылар был “күстәнәс”те һыу һай ерҙә көтөп тора. Килеп етәрәк, дельфиндарҙың береһе килешле итеп борола, был – “йылымыңды һыуға ташла” тигән һүҙ.