“Форсат сыҡҡан һайын Дим буйына ашығам”18.02.2015
“Форсат сыҡҡан һайын Дим буйына ашығам” Һүрәт төшөрөргә маһир­лығым әллә ни булма­ғанлыҡтан, рәссамдар ижадына һоҡланып ҡарайым. Хоҙай бирһә бирә бит кешегә һәләтте! Әңгәмәсем – Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡорт­остандың Дәүләт флагы авторы (О.Е. Аса­бина менән берлектә) Урал МӘСӘ­ЛИ­МОВ иһә мине таланты ғына түгел, яғымлы­лығы, кешелекте, тәбиғәтте яратыуы, фекер тә­рән­леге, ябайлығы менән дә хайран ҡалдырҙы.

– Кәйефегеҙ нисек, Урал Тимербулат улы?
– Ал да гөл! Рәссам була­раҡ, буш ваҡытым юҡ тип әй­терлек. Дөрләп янғы килә, быҫҡып ятыу минең өсөн тү­гел. Һәр эшемде ҙур яуап­лы­лыҡ тойоп, кинәнес менән баш­ҡарырға тырышам.
– Ишетеп торабыҙ: төрлө ижа­ди проекттарҙа ҡатнаша­һы­ғыҙ, байтаҡ уңышҡа өл­гәш­кән­һегеҙ. Ны­ҡыш­маллыҡ бала саҡ­тан киләлер…
– Ауыл балаһы бәләкәйҙән донъя йөгөн тарта башлай бит инде. Үҫкән һайын ауырырағын те­йәйҙәр. Хеҙмәт һөйөп үҫтем. Эште йыбанып башҡарған­дарҙы һис тә өнәмәйем.
Һеҙгә мәғлүмдер: мин кү­берәк графика нигеҙендә ижад итәм. Әлегә ҡәҙәр ике меңдән ашыу китапты художество яҡ­тан биҙәнем.
– Айырым кешеләр ярҙам һорап мөрәжәғәт итәме?
– Әлбиттә. Ниндәйҙер шә­хес­тең тормошо, ауыл тарихы, предприятие эшмәкәрлегенә ба­ғыш­лан­ған китаптарҙы художестволы йәһәттән байытыуҙа булышлыҡ итәм. Музейҙарҙың биҙәлеше буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Һанай китһәң, эш бихисап.
– Һеҙ – Башҡортостандың Дәүләт флагы авторҙашы. Шу­лай уҡ Парламент тарихы музейының интерьерын би­ҙәү­ҙә (Н. Шакиров менән бер­лек­тә), Миәкә һәм Хәй­булла ра­йон­дарының гербтарын эш­ләүҙә ҡат­­наш­­ҡанһығыҙ. Бары­һына ла нисек өлгө­рәһегеҙ?
– “Үлгән һыйыр һөтлө була” тигән әйтем бар. Шәхестәрҙе улар баҡыйлыҡҡа күскәс кенә маҡтарға тотонабыҙ. Ошонан сығып фекер йөрөткәндә, хал­ҡымды иҫән са­ғымда ҡыуан­дырғым килә. Тәби­ғәт­те яра­там, форсат сыҡҡан һа­йын Дим буйына ашығам. Тә­пәй баҫҡан ерҙәр, туғандар менән осрашыу һәр кемгә көс-дәрт өҫтәйҙер ул.
– Һеҙҙе оҫта балыҡсы тип тә ишеткәйнек. Дөрөҫ булһа, был “сир”ҙе нисек йоҡ­тор­ҙоғоҙ?
– Эйе, балыҡҡа йөрөргә яратам. Мине табыштан бигерәк һыу аҫты батшалығы ҡыҙыҡ­һындыра. Унда ата торған мылтығым бар, сумыу – үҙе бер кинәнес. Был шөғөлөмә байтаҡ йылдар инде тоғролоҡ һаҡ­лайым. Ғөмүмән, “Балыҡты су­мып атып алам”, тип әйтеүе генә еңел. Был шөғөл тәү сиратта физик яҡтан ныҡлыҡ, ҡыйыулыҡ талап итә. Һәр ваҡыт, бигерәк тә ҡышҡыһын, яныңда иптәшең булырға тейеш.
Һыу аҫтындағы тормош ғә­жәп тыныс, һоҡланғыс. Ошондай ма­тур­лыҡты күрә алыуым менән бәхетлемен. Бер нисә килограм­лыҡ суртанды йәки һаҙанды һыу­ҙан сығарыу үҙе ни тора!


Вернуться назад