Тағы ниҙәр тыйылды?18.02.2015
Тағы ниҙәр тыйылды?Балыҡсылыҡҡа бәйле былтыр 18 ноябрҙә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министр­лығы тарафынан раҫланған ҡарарҙар быйыл 3 февралдә үҙ көсөнә инде. Документта һәүәҫкәр һәм спорт балыҡсылығына айырым урын бирелгән (5-се бүлек).
Был ҡарарҙа балыҡты ҡайҙа, нисек тотоу ҡағиҙәләре билдәләнгән. Шулай уҡ рөхсәт ителмәгән ҡоралдар хаҡында әйтеп кителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут яҡтыртып табыш алған, “һунар”ға һалдау күтәреп йөрөгән балыҡсылар әле һаман байтаҡ шул. Ау менән тотоу, йылым ярҙамында һөҙөү ҡәтғи тыйылғандай, төнөн йоҡлап ятҡан балыҡтарҙы сәнсергә лә ярамай, ләкин бындай юл менән табыш алғандар кәмемәй.
Тағы ла бер үҙгәреш шул: һыу аҫты “һунарсылары” яҡтыртҡыстарҙы файҙалана алмаясаҡ. Ни өсөн тигәндә, һәр балыҡсы ҙурыраҡ табышҡа ынтыла, ә был үрсемгә зыян килтерә.
Яңы ҡағиҙәлә Башҡортостанда балыҡтарҙың ҡышлау урындары исемлеге бирелгән. Был ерҙәргә табыш артынан килеү ҡәтғи тыйыла.
Ҡарарҙың мөһим өлөштәрен биреп барасаҡбыҙ.


Вернуться назад