Алабуға, ҡап, ҡап!18.02.2015
Алабуға, ҡап, ҡап! Ҡышҡыһын алабуға тотмайынса, балыҡсыларҙың күңеле булмайҙыр ул. Был йыртҡыс йән эйәһе матурлығы менән һоҡландыра. Ул ҡыҙыл ҡанатлы, арҡаһында сәнскеле йөҙгөсө, ҡара арҡыры һыҙаттары бар.

Күлдәрҙә һәм быуаларҙа алабуға ярайһы уҡ ҙур булып үҫә, йылғаларҙа иһә 500 – 700 грам­лыҡтары осрай. Тәрән һыуҙы әллә ни яратмай, шуға күрә боҙ иреп бөтөр-бөтмәҫтән эләгә башлай. Алабуға төйәк иткән урынды йәйгеһен үк билдәләп ҡуйыу яҡшы. Ул ғинуар урталарынан ғына күсеп йөрөй башлай, ныҡ һыуыҡтар мә­лендә тәрән соҡорҙарға төшөргә мәжбүр була. Боҙ ҡалынайғас, селбәрәләр янына кү­сеүсән. 200 – 300 грамм ауырлыҡ­тағылары ярҙан дүрт-биш метр алыҫлыҡта йөҙә. Ғөмү­мән, алабуға һалҡынға бик сыҙамлы. Туңған, боҙ булып ҡатҡан хәлдә лә әкренләп иретһәң, ул терелә һәм йөҙөп китә.
Көндәр йылына башлау менән алабуға һыу­ҙың һайыраҡ еренә, үлән, ҡамыш араларына тартыла. Елһеҙ, һауаның һалҡынлығы ун градустан артмаған мәлдә айырыуса һәйбәт ҡа­быу­сан. Алабуғаны ҡышҡы йылтырмаға тотоу уңайлы. Ҡармаҡтың ҙурлығы өс-дүрт миллиметр, ебе ныҡ, һығылмалы, нәҙек (0,1-0,2 мм) булһын. Сыбыҡтың осона пружинанан йәки пластмассанан эшләнгән үҙәк беркетелә. Ба­лыҡ­тың сирткәнен уға ҡарап белергә була. Алабуғаны ҡайһы берәүҙәр ҡалҡыуысҡа ла тота. Бындай осраҡта батырғысты ҡармаҡтан 20 – 25 сантиметр алыҫлыҡҡа урынлаштырыр­ға кәрәк.
Табыш алыр ерҙе алдан емләп ҡуйһағыҙ, мотлаҡ уңырһығыҙ, сөнки алабуғаның күҙе бик яҡшы күрмәһә лә, хәтере шәп. Уйнатҡанда йәки сыбыҡты ҡыбырҙатып торғанда балыҡ күпләп йыйылыр. Алабуға селәүсенгә, ҡарышлауыҡҡа, үҙенең итенә һәйбәт ҡаба, уны икмәк валсығы, бойҙай онтағы менән дә ылыҡтырырға мөмкин. Шулай ҙа, йыртҡыс балыҡ булғанлыҡтандыр, ҡан еҫен нығыраҡ ярата. Хәҙер махсус мага­зиндарҙа уныһын да туңдырып әҙерләп бирә­ләр.
…Бына бәләкәй генә мәке. Ҡармағыңды емләйһең дә төшөрөп ебәрәһең. Сос балыҡсы шунда уҡ табышын тартып сығарыр. Ә эләк­мәһә?.. Ысын һәүәҫкәр бының өсөн һис тә ҡай­ғырмаҫ: алда әллә ниндәй уңыш көтәлер әле! Ҡышҡы саф һауала рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер бәхет бит.


Вернуться назад