Афғанстанда хеҙмәт иткән егеттәр хаҡында китап әҙерләгән саҡта беҙгә: “Районыбыҙҙан бер ҡыҙ шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итте”, – тигәйнеләр. Уны оҙаҡ эҙләнек. Хәрби комиссариаттан да, ауылдарҙа йөрөгәндә лә белештек, әммә таба алманыҡ. Китап сығып, байтаҡ ваҡыт үткәс, миңә Рәмилә Мазһар ҡыҙы менән танышырға тура килде. Ул беҙ ҡыҙыҡһынған шәфҡәт туташының бер туған апаһы булып сыҡты. Уның ярҙамында Интернет селтәренә инеп, һеңлеһенең фотоһын күрҙем, осрашырға саҡырып хат яҙҙым, әммә яуап булманы...Ниһайәт, бер көн телефон шылтыраны. Таныш булмаған ҡатындың етди тауышы ишетелде – беҙ эҙләгән шәфҡәт туташы икән. Иртәгәһенә үк уның менән осрашырға һөйләшеп, Мейәс ҡалаһына юлландым.
Тәслимә Исламова Учалы районының Учалы ауылында 1961 йылда ғаиләлә бишенсе бала булып тыуа. Урта белем алғас, Мейәс медицина училищеһын тамамлай. Үҙен автомобиль заводының шифахана-профилакторийына эшкә ебәрәләр. Тиҙҙән уның егәрлелеген, тырышлығын күрәләр. Тынғыһыҙ ҡыҙ киләсәккә ҙур хыял, өмөт менән йәшәй. Күп тә үтмәй, ул массаж яһаусы һөнәрен дә үҙләштерә. Шатланып ҡына эшләргә лә эшләргә ине лә, һәр саҡ ҡайҙалыр талпынып торған ҡыҙға үҙен әһәмиәтлерәк урында һынап ҡарау теләге тынғы бирмәй. Ул Мейәс ҡала хәрби комиссариатына килә һәм үҙен берәй медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәгән дуҫ илгә эшкә ебәреүҙәрен һорай. Ҡыҙға Монголияға, Польшаға барырға мөмкинлек була, тик ул Афғанстанды һайлай. Ләкин уның эш стажы ике йылға тулмау сәбәпле, бер аҙ көтөргә ҡушалар, ошо арала кәрәкле документтар – үҙенә, ата-әсәһенә баһалама – юллай торорға тәҡдим итәләр.
Ниһайәт, хәрби комиссариаттан түҙемһеҙләнеп көткән саҡырыу килә. Афғанстанға барасағы тураһында повестка тотоп ҡайтҡас ҡына белә. Уны кире өгөтләп күндерә алмайҙар. Ахыры, Мазһар ағай менән Мәүжидә апай, ҡыҙҙары менән килешеп, ҡорбан салып, аят уҡыталар. 1980 йылдан һуғыш барған илгә, йөрәктәрен устарына тотоп, ҡыҙҙарын оҙатып ҡалалар.
Бер үҙе ҡалған Тәслимәнең ҡапыл йөрәге ҡыҫа. Ата-әсәһен, ағай-апайҙарын өҙөлөп һағына. Ҡайтҡыһы килеп китә. Ләкин ул – комсомолка, алдына ҡуйған бурысын намыҫ менән үтәргә тейеш. Үҙен ҡулға алып, ҡыйыу аҙымдар менән йыйылыу пунктына йүнәлә. Ташкенттан Термезға, Термездан Ҡабулға, Ҡабулдан Пули-Хумриға киләләр. Бында ул Тамара исемле шәфҡәт туташы менән таныша. Ошо танышлыҡ ғүмерлек дуҫлыҡҡа әйләнә. Әле ул Украинала йәшәй, ундағы сетерекле хәлдәр аралашыуҙы туҡтатып торған. Тәслимә Мазһар ҡыҙынан:
– Тәүге көнөгөҙҙө хәтерләйһегеҙме? – тип һорайым.
– Хәтерләйем, хәтерләмәй ни, – тип һүҙен дауам итте ул. – Контроль-үткәреү пунктына етеүгә, ҡурғашҡа төрөлгән ҙур төргәкте алып китеп барыуҙары күҙемә салынды. Эргәмдә килгән әхирәтемдән һораным: “Был нимә икән ул?” Ул миңә ғәжәпһенеп ҡараны ла: “Был “Груз -200” тип атала, кемдеңдер ата-әсәһенә ҡара ҡайғы ҡайта”, – тип яуап бирҙе.
Тәүге көндә йәш ҡыҙға төнгө сменаға сығырға тура килә. Тәслимә тәүҙә инфекция бүлегенә тәғәйенләнә, һуңыраҡ физиотерапия һәм инфекция бүлексәләрендә эшләй. Эш үтә лә күп һәм тынғыһыҙ була.
– Сменаң бөтөп, ял итергә ятыуға ғына яралыны йә ҡаты сирлене килтерәләр. Бер кем дә, бер ваҡытта ла ыңһырламаны. Беҙҙең бурыс, нисек кенә булмаһын, яралы һалдатты үлемдән ҡурсалап алып ҡалыу ине... – тип хәтерләй ул.
Тәслимәгә көслө рухлы, талапсан хеҙмәткәрҙәр – медицина хеҙмәте подполковниктары Виктор Никитин менән Ҡорбан Бегнаевтың ҡул аҫтында эшләргә насип була. Ҡорбан Бегнай улы уларға һәр саҡ: “Һеҙ – буласаҡ әсәләр, яралы, ауырыу һалдаттарға йылы мөғәмәлә итегеҙ, уларға әсәй наҙын бирергә тырышығыҙ. Нимә һорайҙар, нимә ашағылары килә, миңә әйтегеҙ. Хәлемдән килгәнсә ярҙам итермен”, – тип ҡабатлай. Ысынлап та, дауаланыусыларҙың һорағанын табып килтереп, ярҙамсыларынан бешертер була.
Тәслимә йыш ҡына массаж яһай һәм күп тапҡыр донор була. Үҙе лә ҡаты ауырып госпиталдә ятып сыға. Ауырлыҡтарҙы еңергә Тәслимә Мазһар ҡыҙына уның киң күңеллелеге, баҫалҡы холҡо, әҙәпле булыуы, эш тәртибен, тормошто белеүе ярҙам итә. Бынан тыш, улар йыш ҡына ҡышлаҡтарға сығып, урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә, лекция уҡый, концерт ҡуя.
Ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ҡыҙ тыуған яғына ҡайтып төшә. Бер аҙ ял итеп алғас, яңынан ике йылға Афғанстанға китергә теләк белдерә. Шул саҡ әсәһе күҙ йәштәренә күмелеп:
– Балаҡайым, ҡара минең башыма! – ти. Тәслимә ике йыл эсендә әсәһенең ағарып сыҡҡан сәстәрен, һыр баҫҡан маңлайын күреп, сүгеп ултыра. Ниәтенән кире ҡайта ҡыҙ.
Тәслимә ҡайтҡас та элекке эш урынына килә, унда 1993 йылдың июненә тиклем эшләй. Шул уҡ йылда уны керамика заводының һаулыҡ һаҡлау пункты мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Иң мөһиме – үҙ эшен ныҡ ярата, һәм уның үҙен дә хөрмәт итәләр. Улы Тимур армия хеҙмәтенән алда Мейәс геология-разведка техникумын тамамлаған. Әлеге көндә керамика заводында эшләп йөрөй, ситтән тороп Өфөлә уҡый.