Иң яҡшылар билдәләнде08.02.2012
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 6 февралдәге бойороғо менән бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү буйынса иң яҡшы муниципалитеттар билдәләнде.
100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡала округтары араһында беренсе урын Благовещен хакимиәтенә, икенсе — Күмертау ҡалаһына, өсөнсө урын Яңауылға бирелде.
Халыҡ һаны 100 меңдән ашыу булған муниципалитеттар араһында Нефтекама ҡалаһы — беренсе, Туймазы районы — икенсе, Бәләбәй районы өсөнсө булды.
Муниципаль райондар араһында алдынғылыҡты Көйөргәҙе районы яуланы, икенсе урынға — Салауат районы, өсөнсөгә Әбйәлил районы лайыҡ булды.
Шулай уҡ Белорет, Мишкә, Борай, Әлшәй, Саҡмағош райондары, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары хакимиәттәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү өсөн һәйбәт шарттар булдырыу йәһәтенән ыңғай эше билдәләнде, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Т. ЗАМАНОВ.


Вернуться назад