Районыбыҙҙа күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды: 12 етем балаға яңы төҙөлгән йорттан фатир асҡысы тапшырылды.
– Илеш районында 2008 – 2013 йылдарҙа 16 етем бала өй туйланы. Былтыр төбәккә ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан – 7 773 500, федераль бюджеттан 2 016 500 һум аҡса бүленде. Ул тулыһынса файҙаланылды, социаль торлаҡ төҙөлдө. Яҡты, иркен фатирҙар бөгөн йәшәү өсөн тулыһынса әҙер. Һеҙгә тапшырылған торлаҡ оло тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итһен, – тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Фәтхелбаянов.
Хакимиәттең опека һәм попечителлек секторы мөдире Ғәзимә Бәширова:
– Яңы йортта матур йәшәүегеҙҙе, уны ҡәҙерләп һәм таҙа тотоуығыҙҙы теләйем. Сабыйҙар тауышы күберәк яңғыраһын, – тип изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең бөтәһе лә балалар йортонда тәрбиәләнмәгән. Ҡайһы берәүҙәр ғаиләлә, яҡын туғандарында йәшәгән. Мәҫәлән, Гөлшат Хажиева, ата-әсәһе вафат булғандан һуң, олатай-өләсәй ҡарауында мәктәпте тамамлағас, Аҡтаныш технология техникумында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен алған. Ире Илвир менән өс айлыҡ улдары Рамаҙанды тәрбиәләй, тимәк, айырым торлаҡҡа мохтаж.
– Яңы йорттан фатир биргәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Илдар Мостафинға, опека һәм попечителлек секторы мөдире Ғәзимә Бәшироваға һәм йорт төҙөүселәргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти ҡатын. – Фатирлы булыуыбыҙға бик шатмын.
Етемдәрҙең һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарын бойомға ашырыу тураһындағы ҡануниәткә ярашлы, район хакимиәте социаль торлаҡҡа мохтаж булған балаларҙың иҫәбен, уларҙы фатир менән тәьмин итеү буйынса эште даими алып бара. Бөгөн 28 бала сиратта торһа, шуларҙың 19-ының йәше еткән.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм район хакимиәте үҙ ярҙамынан ташламай.
Азамат ХӘЛИЛОВ:– Һәр кем үҙ мөйөшөн булдырыу хыялы менән йәшәй. Был бер кемгә лә сер түгел. Беҙ ҙә оҙаҡ йылдар кеше тупһаһында көн иттек. Аллаға шөкөр, Хөкүмәтебеҙ фатир бүләк итте, рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Эмма ЧУКЛИНА:
– Бөгөн иң ҡыуаныслы мәлдәремдең береһе, бер бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙылар. Районыбыҙҙа етем балаларға иғтибар айырыуса көслө, берәү ҙә ситләтелмәй. Дәүләт беҙҙең хаҡта даими хәстәрлек күрә.