Ҡыҫҡаса...18.02.2015
Кисә Американың баш ҡалаһы Вашингтонда учреждениелар ябылып, хеҙмәткәрҙәр ялға ебәрелде. Быға уҙған ял көндәренән бирле ҡоторонған буран сәбәпсе икән. Тиҫтәләгән штатта аэропорттар, мәктәптәр эшләмәй, йорттар утһыҙ ҡалған. Беҙгә генә дауыл бер ни түгел...
***
Евросоюз санкцияларҙың “ҡара” исемлегенә тағы бер нисә Рәсәй гражданын өҫтәне. Унда депутат, йырсы Иосиф Кобзон да бар. Бәй, Америкаға ла Иосиф Давыдовичты егерме йыл инде индермәйҙәр, ә ул аптырамай.
***
Киевта онколог Игорь Щепотинды эштән ебәргәндәр. Нимәһе ҡыҙыҡ: был хәл профессор операция яһаған ваҡытта булған. Пациентҡа наркоз бирелгәс, бүлмәгә бер нисә кеше бәреп инә лә хирургка эштән ҡыуылыуы тураһында хәбәр итә. Бахыр сирле менән ни булғандыр, билдәһеҙ.
***
Рәсәй Хөкүмәте ауыл хужалығына ярҙам рәүешендә 36 миллиард һум аҡса бирәсәк. Өйһәң – күп, бүлһәң – аҙ. Был сумма төбәктәргә таратылһа, һәр береһенә күпме генә тамыр инде...
***
Марс планетаһында ҡалған ғүмерен үткәрәсәк 100 дәғүәсе исемлегенә өс Рәсәй ҡатын-ҡыҙы ла инде. Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан Анастасия Степанова, Оксана Дмитриева, Екатерина Владимирова мотлаҡ йыһанға оса тигән һүҙ түгел был. Йөҙ кешенән 24-е генә һайлап алынасаҡ.
***
Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн яңылыҡ: “Лада Приора” машинаһын бүтәнсә эшләмәйәсәктәр. Уға ихтыяж аҙ икән. Әле баҙарҙа 17 генә шундай модель ҡалған. Кемгә кәрәк, ашығығыҙ!
***
Һөйөнсө! Башҡортостан 2014 йылда ил буйынса иң күп һөт һауып алған. Тимәк, өҫтәлдәрҙә үҙебеҙҙең ризыҡ етерлек буласаҡ.
***
Страховка компаниялары һаман да ҡырын эшен дауам итә. “ОСАГО” килешеүен төҙөгәндә өҫтәмә хеҙмәттәрҙе көсләп таҡҡан өсөн Ишембайҙа йәнә бер менеджерға штраф һалынды. Шундай тәртип боҙоу осрағында прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәрәк.