Катя диңгеҙгә барасаҡ18.02.2015
Республиканың мәктәп уҡыусылары Рәсәй кимәлендә ойошторолған бәйгеләрҙә һынатмай. Дыуан районының Рухтин ауылынан Екатерина Манкевич “Артек”тың иң яҡшы яңы эмблемаһы буйынса бәйгелә өсөнсө урынды яуланы.

Єйткәндәй, бы­йыл июндә халыҡ-ара балалар үҙәгенең бар­лыҡ­ҡа килеүенә туҡһан йыл тула. Шуға “Артек” етәкселеге ил балалары араһында асыҡ конкурс үткәрергә хәл иткән.
– Сара хаҡында телевидение яңылыҡ­та­рынан ишеткәй­нем. Үҙем диң­геҙ­ҙе бик яратам. Кон­курсҡа пионер уса­ғы эргәһендә йы­йылған ун дружинаны һүрәткә төшөрөп ебәрҙем. Эшемә шундай оло баһа биргәндәре өсөн ҡыуанып бөтә алмайым, – ти ун өс йәшлек уҡыусы.
Тиҙҙән Мәскәүҙә конкурста еңеп сы­ғыусы­лар­ҙы ҡот­лая­­саҡтар. Бе­рен­се урынды яулаған бала юби­лей сменаһында ла­герҙа ял итеү бәхетенә өлгәшһә, башҡа яҡшы эш­тәрҙең хужалары ла юллама менән бүләкләнәсәк.




Вернуться назад